«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ҡабаҡлы ҡоймаҡтарҙан торт-ҡабымлыҡ



04.12.2016 Ҡабаҡлы ҡоймаҡтарҙан торт-ҡабымлыҡ

Ҡабаҡлы ҡоймаҡтарҙан торт-ҡабымлыҡУртаса ҙурлыҡтағы 2 ҡабаҡты (кабачки) тышынан һәм орлоҡтарынан таҙартып ҡырғыс аша үткәрәбеҙ. Уға 2 йомортҡа, тоҙ, борос, самалап он (4-5 аш ҡалағы) һалып уртаса шыйыҡлыҡта ҡамыр бутайбыҙ. Был массанан майлы табала 6 ҙур ҡоймаҡ бешереп алабыҙ.
3 аш ҡалағы майонезға 2 тырнаҡ һарымһаҡты иҙеп, 200 грамм ҡаты сырҙы ҡырғыс аша үткәреп һалып бутайбыҙ. Ҡоймаҡтарҙы ҙур тәрилкәгә ҡатлам -ҡатлам итеп һалабыҙ. Һәр ҡат араһына сырлы массаны һыларға, түңәрәкләп теленгән помидор һалырға. Ә иң өҫкө ҡоймаҡ өҫтөнә түңәрәкләп туралған зәйтүн емешен һибергә була.
Был ҡабымлыҡты табынға йылы килеш тә, һыуытып та бирергә була. Ифрат тәмле ризыҡ, һис шикһеҙ бешереп ҡарағыҙ!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға