«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Пахлава, йәки төрөк тәмлекәсе



26.11.2016 Пахлава, йәки төрөк тәмлекәсе

Пахлава, йәки төрөк тәмлекәсеТөрлө төрөк кафеларында тәмлекәстәр һатыла. Шулар араһынан пахлаваны ныыыыыыҡ яратам. Гел һатып алмаҫ өсөн махсус видеонан бешергә өйрәнеп алдым. Әлбиттә, төрөк кешеһе бешергән кеүек тәмле килеп сыҡмай (ысын булһа был тәмлекәстәрҙе бешерер өсөн ашнаҡсыларҙы 2 йыл уҡыталар ти), шулай ҙа бешереп ҡарарға була.
4 йомортҡаны миксер менән күперткәнсе туҡыйбыҙ, уға 3-4 аш ҡалағы йылымыс һөт, әҙ генә иретелгән аҡ май, сода һәм 450 грамм тирәһе он һалып ҡатыраҡ ҡамыр баҫабыҙ. Уны 10-14 киҫәккә (ҡатламдар һанына ҡарап) бүлеп, бешерәсәк таба ҙурлығында йәймәләр йәйәбеҙ (тәүге ҡат ҙурыраҡ булып, табаның ситенән сығып торорға тейеш). Йәймәләр йоҡа ғына булһын.
100 грам грек сәтләүеген ваҡлап турап шул уҡ күләмдәге шәкәр ҡомо менән бутарға.
Майланған табаға йәймәләрҙең һәр береһен иретелгән аҡ май менән майлап, шәкәрле сәтләүекте һибеп, ҡатлап-ҡатлап һалабыҙ (өҫкө ҡатламдан тыш).
Аҫҡы йәймә менән өҫкө йәймәләрҙе йәбештереп сыҡҡас, пахлаваны үткер бысаҡ менән шаҡмаҡлап киҫеп сығабыҙ. Аҫҡы бер-нисә ҡат киҫелмәй ҡала. Аҙаҡ уның өҫтөнә туҡылған йомортҡа һарыһын һөртөп ҡайнар мейестә бешереп алабыҙ. Ул һыуынмаҫ борон киҫкән урындар буйлап шыйыҡ бал ҡойоп сығырға.
Пахлаваны киҫәктәрен бер-береһенән айырып һыуытҡас ҡына табынға бирергә ярай.
Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын, ҡәҙерле дуҫтар!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға