«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Кәбеҫтәнән бәләкәй бәлештәр



30.11.2016 Кәбеҫтәнән бәләкәй бәлештәр

Кәбеҫтәнән бәләкәй бәлештәрБәлеш өсөн әсеткеле, шулай уҡ сөсө ҡамыр ҙа ярай. Мин шулай ҙа уны әсеткеле ҡамырҙан яһарға тырышам.
Ярты литр йылымыс һөткә 2-3 аш ҡалағы сөпрә (ҡабартҡы), 3 аш ҡалағы шәкәр һалып болғатырға. Уға өй температураһында йомшарған 200 грамм аҡ май (маргарин да ярай), 3 йомартҡа, 4 аш ҡалағы үҫемлек майы, тәменә ҡарап тоҙ һәм 2 стакан он һалып шыйыҡ ҡамыр туҡыйбыҙ. 1 сәғәт тирәһе ултырып ҡабарғас, тағы ла ярты кило тирәһе он һалып йомшаҡ ҡамыр баҫабыҙ. Уны йылы урынға ҡуйып тағы ла бер ҡабартып алырға.
Ҡамырҙы бәләкәй киҫәктәргә бүлеп әүәләргә лә, йәймәләр йәйергә. Уның уртаһына эслекте һалып, ярым ай кеүек ҡырҙарын семетеп сығырға ла майланған табаға теҙеп сығырға. Бәлештәрҙең өҫтөнә туҡылған йомортҡа һарыһы һөртөп, ҡайнар мейестә әҙер булғансы бешерергә.
Эслек өсөн уртаса ҙурлыҡтағы кәбеҫтәнең яртыһын ваҡ ҡына итеп турарға. Уға тоҙ һибеп оҙаҡ итеп ҡул менән ыуырға кәрәк. (Массаның күләме ике тапҡырға кәмергә тейеш). Кәбеҫтәне һыуынан һарҡытып алырға ла, уға бешеп туралған 4 йомортҡа, 100 грамм тирәһе иретелгән аҡ май, 1 сәй ҡалағы шәкәр ҡомо һалып яҡшылап бутарға.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға