«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Тәмле ҡабартмалар



24.11.2016 Тәмле ҡабартмалар

Тәмле ҡабартмаларЯрты литр һөттө бер аҙ йылытып уға ярты стакан һыу, 3 аш ҡалағы шәкәр, 10 грамм ҡоро сөпрәне һалып бутарға ла, 10-15 минут тирәһе ултыртып торорға. Уға 2 йомортҡа, 120 грамм иретелгән аҡ май, сама менән тоҙ һәм он һалып (артыҡ ҡаты булмаҫлыҡ итеп ) ҡамыр баҫырға. Ҡамыр ҡабарғас уны 1 см ҡалынлығында йәйергә лә, стакан ярҙамында түңәрәктәр киҫеп алырға.
Уртаса ҙурлыҡтағы табаға үҫемлек майы ҡойоп ҡайнатып сығарабыҙ ҙа унда ҡабартмаларҙы ике яҡлап бешереп алабыҙ. Артыҡ май булмаһын өсөн уларҙы салфеткаларға һалып торорға була.
Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға