22.11.2016 Ҡабаҡтан ҡоймаҡтар
Ауылдан алып килгән бер ҡабаҡ (кабачки) бешергә сират көтөп ята ине. Бер көн уларҙан ҡоймаҡ ҡойоп ҡараным әле. Быға тиклем дә бешергәнем булды, тик был юлы әҙ генә үҙгәртеп ҡараным.
Таҙартылған ҡабаҡты (200 грамм тирәһе) әҙер булғансы духовкала бешереп алдым да, уны блендер менән иҙҙем. Уға 2 йомортҡа, 4 аш ҡалағы шәкәр, 1 стакан һөт, 1,5 стакан он һәм бер ҡап ҡабартҡыс (разрыхлитель) ҡушып ҡамыр әҙерләнем.
Майланған табала ике яҙлап ҡоймаҡты ҡыҙҙырып алаһың да, тәмлекәс әҙер ҙә була. Табынға уны бал менән бирергә була.