«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бауырҙан ҡабымлыҡ



24.11.2016 Бауырҙан ҡабымлыҡ

Бауырҙан ҡабымлыҡ300 г бешкән бауырҙы эре ҡырғыстан үткәрегеҙ. 5 – 6 йомортҡаны туҡып, табала йоҡа ғына итеп ҡоймаҡ ҡойоп алығыҙ. Ҡоймаҡты ҡатлап һалып, ваҡ ҡына итеп турағыҙ. Уртаса ҙурлыҡтағы 3 – 4 баш һуғанды ярым балдаҡлап ҡырҡығыҙ. Бөтәһен бергә ҡушып, майонез һалып бутағыҙ. Ярты лимон һутын һыҡһағыҙ, тағы ла яҡшыраҡ. 1 – 2 бүлкәт һарымһаҡ ҡушырға ла мөмкин.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға