«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Һынамаҡҡа, юрамаҡҡа Ҡар яуа әле тышта...



21.11.2016 Һынамаҡҡа, юрамаҡҡа Ҡар яуа әле тышта...

Һынамаҡҡа, юрамаҡҡа Ҡар яуа әле тышта...
Һынамаҡҡа, юрамаҡҡа
Ҡар яуа әле тышта.
Көҙҙәр шулай хушлашамы,
Индереп беҙҙе ҡышҡа?
Әллә шаяртырға уйлап,
Алдатып алмаҡ микән?
Иреп бөтөр әле был ҡар
Тороуға иртүк иртән.
Ә шулай ҙа һағындырған
Аҡ бурандар, аҡ ҡарҙар.
Ҡасан ғына бар тәбиғәт
Өҫтөнә аҡ шәл ябыр?

Гөлнур Ҡыуатова.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға