«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Гәзитһеҙ көн – мәғлүмәтһеҙ көн



21.11.2016 Гәзитһеҙ көн – мәғлүмәтһеҙ көн

Гәзитһеҙ көн – мәғлүмәтһеҙ көнКүп йылдар инде үҙемдең яратҡан «Йәшлек» менән «Мораҙым» гәзиттәренә яҙылам.
Эшләгән саҡта унлаған матбуғат баҫмаһын алдыра инем. Әле 77 йәштә күҙ күргәндә ошоларынан ҡалмаҫҡа тырышам. Бер йылды «Йәшлек»те өс киленемә лә яҙҙыр­ғайным әле. Башҡорт балалары бит, башҡортса уҡыһындар, үҙебеҙҙең ғөрөф-ғәҙәттәр, көн итмеш хәлдәрен онотмаһындар, тим.
Баҫмаларҙың килгәнен көтөп алам, баштан алып һуңғы битенә тиклем уҡып сығам. Күрше-тирәгә мөһим тип иҫәпләгән материалдарҙы һөйләп сығам, рус милләтлеләр алдырмай бит. Гәзитһеҙ көн – буш, мәғлүмәтһеҙ көн бит ул. Барлыҡ матбуғат хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәт!

Изге теләктәр менән –
Күгәрсен районының Мораҡ ауылынан
Зәкиә инәйегеҙ ЙӘРМӨХӘМӘТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға