19.11.2016 Туйҙарҙа, тыуған көндәрҙә, ҡунаҡтарҙа әйтелгән иң тапалған теләктәр:
1. Ир – баш, ҡатын – муйын!
2. Ҡатыным әйткән һүҙләргә мин дә ҡушылам!
3. Беҙ нимә инде, беҙ инде ауылдан килдек инде...
4. Тормош булғас, һауыт-һаба ла шалтырамай тормаҫ...
5. Йәгеҙ әле, шул хөрмәткә!
6. Я по-башкирски понимаю каничнэ, но скажу на русском... (И бөтәһе лә вата-емерә урыҫса һөйләшә башлай, илле башҡорт бер урыҫҡа ярай башлай)
7. Мин һине роддомдан алганыбыҙҙы хәтерләйем...
8. Тормош дилбегәһен ҡулығыҙҙан ыскындырмағыҙ. Ныҡ тотоғоҙ!
9. Был мәжлестә яңғыраған бөтә теләктәргә мин дә ҡушылам!
10. Иң мөһиме сәләмәтлек. Сәләмәтлек булмаһа – бер нәмә лә булмай. Сәләмәтлек булһа – барыһы ла була.
11. Ғүмерегеҙ - бәхетле, бәхетегеҙ - ғүмерле булһын!
12. Штрафной давай!
13. Әйҙәгеҙ! Тоттоҡ!
14. Футбол командаһы хәтле балалар үҫтерегеҙ...
15. Тормошоғоҙҙа ошо туй кеүек матур булһын...
16. Бөгөн һеҙҙең яҙылышҡан, никахлашҡан көнөгөҙ...
17. Ғаилә усағығыҙ һүнмәһен, тормош гөлөгөҙ шиңмәһен.
18. Мин хәҙер һөйләй башлаһам, илай башлайым, гафу итегеҙ.
19. Ә хәҙер үҙем яҙған шиғырҙы уҡып китәһем килә. 12 генә куплет ул...
20. Чьето берҙә баллы түгел әле был. Әсе!