«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Гөлнара ӘХМӘТШИНА: “Һәр көнөм ҡабатланмаҫ”



18.11.2016 Гөлнара ӘХМӘТШИНА: “Һәр көнөм ҡабатланмаҫ”

Гөлнара ӘХМӘТШИНА:  “Һәр көнөм ҡабатланмаҫ”Һеҙ һүрәттә күргән һылыу ҡыҙ – Гөлнара Әхмәтшина. Ул Ҡырмыҫҡалы районының Ибраһим ауылында тыуып үҫкән. Әлеге ваҡытта Башҡорт дәүләт университетының 4-се курсында белем ала.
– Бала саҡтан журналист булырға хыялландым, – ти Гөлнара. – 4 – 5 йәштән уҡырға өйрәнеп, шиғырҙар яҙа башланым. Тәүге тапҡыр ижад емешемде алты йәштә райондың “Хеҙмәт даны” гәзитендә күрергә яҙҙы – шиғырымды баҫтылар. Аҙаҡ “Йәншишмә”лә донъя күрҙе. Был гәзиттәрҙе әле лә ҡәҙерләп һаҡлайым. Шулай итеп, хыялым мине БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетына алып килде.
Мәктәптә ҡыҙ тик яҡшы билдәләргә өлгәшә. Бынан тыш, спорт өлкә­һендә лә маһир була. 10-сы класта билбау көрәше буйынса республикала икенсе урын яулай.
– Әле иптәштәрем, таныштарым, ошондай спорт төрө менән шөғөлләнгәнемде белеп ҡалып, бик ныҡ аптырай: “Нисек инде шундай зифа буйлы ҡыҙ көрәшсе була алды?” Спортҡа физкультура уҡытыусыһы Йәзилә Ғәзизова тәҡдиме буйынса килдем, – ти был шөғөлө хаҡында ҡыҙ.
Студент мәл ғүмерҙең иң матур, иң илаһи осорона – йәшлеккә тура килә. Тырыш ҡыҙҙан был миҙгелгә ҡарата фекерен һорағас, ул:
– Әлбиттә, оҡшай! Студент саҡ – иң күңелле саҡ тип бушҡа ғына әйтмәгәндәр бит. Һәр көнөм ҡабатланмаҫ, бәхетле, ҡыҙыҡлы һәм мәғлүмәтле үтә. Уҡырға, яңынан-яңы белемдәр алырға тырышам. Уни­верситет миңә сәйәхәт итеү мөмкинлеге лә бирә. Әле Мәскәү, Санкт-Петербург, Сочи, Абхазия тарафтарын күрергә насип булды. Мин БДУ-ны бик яратам һәм унда уҡыуым менән ғорурланам!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға