20.11.2016 Хужабикәгә кәңәш
-Һуған әрсегәндә күҙ йәшләнмәһен тиһәгеҙ, бысаҡ осона икмәктең йомшағын ҡуйығыҙ.
-Ыҫланған ҡаҙының тышы насар таҙартылһа, уны 2 – 3 минут ҡайнар һыуҙа тотоғоҙ.
-Йомортҡа ағын тиҙерәк күпертеп алыу өсөн һалҡынға ҡуйып тороғоҙ.
-Ҡаймаҡҡа бер аҙ тоҙ өҫтәп, һалҡында тотһаң, май итеп тиҙерәк яҙылыр.
-Һыуытҡысығыҙҙың кәштәләренә үтә күренмәле пленкалар йәйеп сыҡһағыҙ, уны йыуып алыу мәшәҡәт тыуҙырмаҫ. Насар еҫен бөтөрөү эсен һауытҡа күмер тултырып, бер нисә көнгә ҡалдырығыҙ.
-Кухняла насар еҫ булмаһын тиһәгеҙ, сода иретмәһенә бер нисә тамсы эфир майы һалығыҙ ҙа, һауытты тишекле фольга менән ҡаплап ҡуйығыҙ. Даими рәүештә уны сайҡатып, еҫле майҙы тамыҙып тороғоҙ.
-Сәйнүктәге һыуҙан барлыҡҡа килгән, сынаяҡтарҙағы ҡуйы сәй юшҡынын ҡатыҡ, эркет һыуы бөтөрә. Бер тәүлеккә был һөт продукттарын тултырып ултыртып ҡуйһағыҙ, иртән тороуға йыуып алырға ғына ҡала.
-Ҡуйы сәйгә мансылған сепрәк менән паркет, линолеум, быялалағы майлы таптарҙы таҙартырға мөмкин.
-Аш бүлмәһендә күберәк һыуытҡыс тотҡаһын, һауыт-һаба йыуа торған губкаларҙы, раковина, кран, газ плитаһын, таҫтамалдарҙы йыуыуға өҫтөнлөк бирегеҙ. Улар таҙа булһа, бысраҡлыҡ күҙгә ташланып бармаҫ.