«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Сәскә" печеньеһы



17.11.2016 "Сәскә" печеньеһы

"Сәскә" печеньеһы250 грамм эремсекте иләк аша үткәрәбеҙ ҙә, 100 грамм май һалып бутайбыҙ. Уға 100 грамм шәкәр менән күпертелгән 2 йомортҡа һарыһы ҡушып бутайбыҙ. Лимон һутында һүндерелгән сода, 2,5 стакан он, 1 кап ванилин һалып, артыҡ ҡаты булмаған ҡамыр баҫабыҙ.
Ҡамырҙы артыҡ ҡалын итмәй йәйәбеҙ ҙә, сынаяҡ ҙурлығындағы түңәрәктәр ҡырҡып алабыҙ.
3 түңәрәкте тоташтырып трубка рәүешендә төрөп, бысаҡ менән икегә ҡырҡабыҙ. Килеп сыҡҡан сәскәләрҙе майланған табаға теҙеп ҡайнар мейестә 30-40 минут тирәһе бешереп алабыҙ.
Ҡайнар килеш өҫтөнә шәкәр пудраһы һибергә була. Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын, ҡәҙерле "Йәшлек"тәр!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға