«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Инь-янь" салаты



18.11.2016 "Инь-янь" салаты

"Инь-янь" салатыҺеҙ бәлки был салатты күптән белгәнһегеҙҙер, әммә мин уны яңыраҡ ҡына тәмләп ҡараным. Тәме менән генә түгел, ә матур биҙәлеше менән дә иҫтә ҡалды ул. Белмәгәндәр булһа, серен сисәм.
Салат ҡатламдар менән яһала.
1-се ҡат- маринадланған шаппиньон бәшмәген ваҡлап турарға.
2-се ҡат- 100 грамм ҡаты сырҙы ҡырғыс аша үткәрергә
3-сө ҡат- 300 грамм тирәһе тауыҡтың түш ите (шаҡмаҡлап турарға)
4-се ҡат- майонез
5-се ҡат - шаҡмаҡлап туралған 2 тоҙло ҡыяр
6-сы ҡат- ҡырғыс аша үткәрелгән 6 йомортҡаның һарыһы
7-се ҡат- майонез
Салаттың өҫтөн ваҡлап туралған йомортҡа ағы һәм зәйтүн емеше менән һүрәттәге кеүек биҙәп сығырға ла, табынға бирергә!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға