19.11.2016 Эремсектән тәмле запеканка
Ярты килограмм эремсекте иләк аша үткәреп, уға 3-әр аш ҡалағы манный ярмаһы, шәкәр ҡомо, ҡайнар һыуҙа бүрттерелгән ярты стакан йөҙөм емеше, иҙелгән 1 банан ҡушып яҡшылап бутарға кәрәк. Әгәр масса ҡоро кеүек күренһә уға ҡаймаҡ ҡушырға була.
Әҙер массаны майланған фольга йәйеп, табала 40 минут тирәһе бешереп алабыҙ (эремсек табаға йәбешеүсән була, шуға күрә мотлаҡ фольга йәйергә кәрәк). Мейестән алып запеканка өҫтөнә 4 аш ҡалағы ҡаймаҡ һөртәбеҙ ҙә, таҡы ла 10 минутҡа мейескә тығабыҙ.
Тәмлекәс әҙер! Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!