14.11.2016 "Тун аҫтындағы банан" тәмлекәсе
2 кешегә табын әҙерләү өсөн 2 банан алып, таҙартып матур тәрилкә өҫтөнә һалабыҙ. 600 грамм тирәһе аҡ эремсекте иләк аша үткәрәбеҙ ҙә (төйөрҙәр булмаһын өсөн) 150 грамм аҡ май, 1 стакан шәкәр ҡомо, 1 ҡап ванилин һалып яҡшылап бутайбыҙ. Масса әҙер булғас уны тәрилкәләге банан өҫтөнә матур итеп һалабыҙ. 4 аш ҡалағы һөткә 50 грамм май, 1 аш ҡалағы шәкәр һәм 3 аш ҡалағы какао порошогы һалып бутайбыҙ ҙа, 2-3 минут ҡайнатып алабыҙ ҙа, эремсекле масса өҫтөнә ҡоябыҙ.
Тәмлеәс әҙер. Уның өҫтөн ваҡланған грек сәтләүеге менән биҙәргә була. Табынға бирер алдынан берәй сәғәт һыуытҡыста тотоп алырға кәңәш итәм.