«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Туҡлыҡлы ҡабымлыҡ



18.11.2016 Туҡлыҡлы ҡабымлыҡ

Туҡлыҡлы ҡабымлыҡ1 ҡап краб таяҡсалары, 2 тоҙло ҡыяр, 4 бешкән картуф, 1 алма, 100 г тосһоҙ зәйтүн емеше (оливки), 3 бешкән йомортҡа. 1 банка борсаҡ, 1 банка кукуруз, 250 г майонез, бер аҙ йәшел һуған кәрәк.
Картуф менән алманы эре ҡырғыста ҡырып, ҡыяр менән краб таяҡсаларын ваҡ ҡына итеп турағыҙ, зәйтүн емеше менән йомортҡаны ла ваҡлағыҙ. Барыһын бергә бутап, һауытҡа һалығыҙ ҙа өҫтөнә майонез ҡойоғоҙ. Йәшел һуған менән биҙәгеҙ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға