09.11.2016 Милиция “Жигули”һына - һәйкәл
Кисә Октябрьский ҡалаһының эске эштәр бүлеге янында совет милицияһы транспорты – ВАЗ-2101 “Жигули” автомобиленә һәйкәл асыу тантанаһы үтте. Тап ошондай, ҡәнәри төҫлө, күк һыҙатлы, ишектәрендә Советтар Союзының дәүләт гербы төшөрөлгән машиналар ХХ быуаттың 70-се йылдарында Дәүләт автоинспекцияһы, участка инспекторҙары тарафынан эшкә “егелгән”.
Октябрьский ҡалаһының ДАИ хеҙмәтендә лә беренсе моделле “Жигули”ҙар күпләп ҡулланылған. 10 ноябрь - Эске эштәр органдары хеҙмәткәре көнө алдынан данлыҡлы машинаға һәйкәл асылыу бик матур күренеш булды.
Байрам тантанаһында Башҡортостандың баш автоинспекторы Динар Ғилметдинов та булды. Ул ҡыҙыл таҫманы киҫте һәм автомобиль моторын ҡабыҙып ҡараны, сигнал-тауыш көсәйтеү ҡоролмаһын, маяҡтарҙы эшләтеп ҡараны. Аҙаҡтан ул Ветерандар советы рәйесе Радик Еникеевҡа эске эштәр бүлеге музейы өсөн машинаның асҡыстарын һәм ВАЗ-2101 автомобиле моделен тапшырҙы.
БР буйынса ЮХХДИ Идаралығы начальнигы Динар Ғилметдинов: “25 йыл элек мин тап ошондай автомобиль менән Дәүләт автоинспекцияһында эш башланым. Беҙҙең өсөн был ДАИ патруль машинаһына иң тәүге һәйкәл булып тора. Ул шул ваҡыт эпохаһын күрһәтә, йәш быуын беҙ ниндәй автомобилдәрҙә эш башлағанды күрергә тейеш.”