«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Какао менән тәмлекәс



13.10.2016 Какао менән тәмлекәс

Какао менән тәмлекәс
1 литр тирәһе уртаса ҡуйылыҡтағы һөткә ярты стакан һөт өҫтө (сливки), 1 аш ҡалағы он, 2 аш ҡалағы крахмал, 3 аш ҡалағы какао, 200 грамм шәкәр ҡомо, 1 йомортҡаның һарыһын һалып миксер менән туҡып алырға. Был массаны талғын утҡа ҡуйып, ҡуйырғансы 15 минут тирәһе ҡайнатырға кәрәк. Уны ҡайнар килеш матур өлөш һауыттарына һалып 3 сәғәт тирәһенә һыуытҡысҡа ҡуйып алаһың. Ә табынға бирер алдынан өҫтөн ваҡланған сәтләүек йәки кокос онтағы һипһәң тәмлекәс матур булып, йәм биреп ултырасаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға