13.10.2016 Техника ватылмаһын тиһәгеҙ
Кер йыуыу машинаһы өҙөклөктәр менән эшләй башлаһа йәки бөтөнләй туҡтап ҡалһа, нимә эшләргә? Ҡул менән кер йыуыуҙы онотҡан хужабикәләрҙе ҡурҡытҡан һорауҙарҙың береһе был. Машинағыҙ эшләмәһә, иң элек аҫҡы мөйөштә урынлашҡан һыу ағыҙыу насосын асып ҡарарға кәрәк. Уны хужабикә үҙе лә таҙарта ала.
Техника ла әҙәм балаһы кеүек – ҡарағанды, тәрбиәләгәнде ярата. Иң элек, йыуырға һалғансы, барлыҡ кейемдең дә кеҫәләрен тикшереп сығығыҙ. Машинаға керҙе тыңҡыслап тултырмағыҙ. Уны ярым буш йәки бөтөнләй буш эшләтергә лә була. Әммә керҙе күбәләй өйөп һалып йыуырға ярамай. Ғәҙәттә, машина шул сәбәпле ватыла ла инде. Хужабикәләрҙең күбеһе, автомат машинаны деталдәренә ултырған юшҡын бөтөрә, тип һанай. Тик йомшаҡ һыуҙан юшҡын ултырмауын иҫтә тоторға кәрәк. Ҡалалағы торба һыуынан юшҡын барлыҡҡа килмәй, сөнки ул, зарарһыҙландырғыс матдәләр ҡушылыу сәбәпле, ҡаты була алмай. Техниканы өс йылдан ашыуыраҡ тотоноп, һеҙ йәшәгән төбәктең һыуы ҡаты икән, юшҡын тураһында уйларға кәрәк, әлбиттә. Тик уға ҡаршы һис тә лимон кислотаһы йәки аш һеркәһе менән көрәшергә ярамай. Был маҡсатта бары тик махсус порошоктарҙы ғына ҡулланығыҙ. Кер таптарын ҡул менән таҙартып бөтөргәндән һуң ғына машинаға һалырға кәрәклеген онотмағыҙ. Машинаны ла таҙа тотоғоҙ. Кер йыуылып бөткәс, уны яҡшылап елләтегеҙ, барабаны кибергә тейеш.
Йәшел үлән таптарын һеркә йәки сәй содаһы ярҙамында кәметеп була. Һеркә йәки соданы тапҡа тейҙереп, бер сәғәт тотҡас, машинаға һалып йыуаһың. Бысраҡ джинс салбарҙы тоҙ һалып йыуығыҙ. Уның төҫө асыҡланып китәсәк.