«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Иң яҡшы вәғәз хаҡында



12.10.2016 Иң яҡшы вәғәз хаҡында

Иң яҡшы вәғәз хаҡындаЗаманында дингә өндәүсе әҙәм йәшәгән. Ул шул тиклем күп һөйләгән һәм үҙенең бик яҡшы булмаған холҡо менән башҡаларҙан ныҡ айырылған. Ваҡыты менән ул үҙе менән бик күптән аралашҡан кешеләрҙең уның менән һөйләшкәндән һуң рухи күтәрелешкә, юғары әхлаҡи ҡылыҡтарға табынмауын күрә. Шунан: "Үҙем өҫтөндә эшләргә, етешһеҙлектәремдән арынырға, кешеләрҙе нимәгә өндәһәм, үҙемә лә шуны эшләргә кәрәк", – тигән уйға килә. Ул бик әҙ һөйләй башлай һәм уның ораторлыҡ таланты тора-бара һүнә. Уның ҡарауы, бик күп танышы уның кәңәштәренә ҡолаҡ һалып, үҙҙәренең насар ҡылыҡтарын еңә башлай. Бер заман үҙенең иң яҡын кешеһе менән икәү генә ҡалғанда:
– Ҡасандыр иҫ киткес фәһемле өгөт-нәсихәт биргәндә, бик әҙҙәр минең арттан эйәрҙе. Ә хәҙер, ул тиклем аҡыл өйрәтмәһәм дә, күп кеше үҙ тормошон яйға һала башланы, – ти.
– Беләһеңме, – ти дуҫы, – һин тынып ҡалғас, дөрөҫлөк үҙе телгә килде. Ә һин уларҙы нимәгәлер өндәгәндә, ул өнһөҙ ине…

Рәмилә ТАЙСЫНОВА тәржемәһе.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға