«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Сырлы макарондар



11.10.2016 Сырлы макарондар

 Сырлы макарондарБыл ризыҡ һәр йортта әҙерләнә. Беҙ бары тик был ябай макарондарҙы үҙенсәлекле соус менән табынға биреп, бер аҙ тәмләтергә булдыҡ.
Эште макарондарҙы бешереүҙән башлайбыҙ. 1,5 литр һыуға тоҙ һалып 300 грамм тирәһе макаронды (мин уртаса ҙурлыҡтағы спиралдәрҙе яратам) әҙер булғансы бешерәбеҙ. Һыуын һарҡытып 20 грамм аҡ май һалып бутап ҡуябыҙ.
Табала 50 грамм майҙы айырым иретәбеҙ. Уттан алмайынса уға тәүҙә 60-70 грамм тирәһе он һалып бутайбыҙ, аҙаҡ 2 стакан һөт ҡоябыҙ. Ҡайнап сығыу менән был массаны уттан алып, уға 400 грамм тирәһе ҡаты сыр (ҡырғыс аша үткәреп), тоҙ, йәшел тәмләткестәр (укроп, петрушка), ҡара һәм ҡыҙыл борос, һарымһаҡ һәм паприка һалып, яҡшылап бутарға.
Был сырлы соусты бешкән макарон өҫтөнә ҡойоп, табынға ҡайнар килеш бирәләр. Аштарығыҙ тәмле булһын, ҡәҙерле төркөмдәштәр!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға