«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ә беҙҙең ауылда... (7 октябрь)



07.10.2016 Ә беҙҙең ауылда... (7 октябрь)

Ә беҙҙең ауылда... (7 октябрь)
Был аҙнала беҙ Күгәрсен, Әбйәлил, Шишмә райондарынан хәбәр­ҙәр ҡа­бул иттек. Дуҫтар, һеҙҙең дә әйтер һүҙҙәрегеҙ, ауыл тормошонан матур яңылыҡтарығыҙ, теләк-тәҡдимдәрегеҙ булһа, беҙҙең дежур телефон­ға шылтыратығыҙ – 8-965-923-20-00. Гәзи­тебеҙҙең электрон адресы: ye02@yandex.ru. “Бәйләнеш­тә” селтәрендә – “Йәшлек” гәзите” төркөмө.

Сәйҙә ХӘСӘНОВА,
хеҙмәт ветераны, Күгәрсен районының Бикес ауылы:

– Оло йәштәгеләр көнө уңайынан ауылда бик матур сара үткәрҙеләр. Беҙҙе башланғыс мәктәп бинаһына ҡунаҡҡа йыйҙылар. Уҡыусылар, уҡытыусылар, ата-әсәләр комитеты, ауыл клубы (мөдире – Нияз Ишемғолов) менән берлектә “Ағинәйҙәр” ойошмаһы (етәксеһе – Рәсимә Ишемғолова) ағзалары әҙерләгән бай йөкмәткеле байрамдан ҡәнәғәт ҡайттыҡ. Кисә “Тәүәкән” ауыл хужалығы предприятиеһы, Теләүембәт ауыл хакимиәте ярҙамы менән ойошторолғайны. Хакимиәт башлығы Марат Ишбулат улы Хайсаров үҙе килеп, беҙҙе Ололар көнө менән ҡотланы. Теләүембәт мәҙәниәт йорто директоры булып эшләүсе ауылдашыбыҙ Нәғим Ишемғолов та ҡайтып, моңло йыр бүләк итеп китте.
Беҙгә, ҡарттарға, күп кәрәкме ни инде?! Йылы һүҙ, иғтибар – һәм шөкөр итәбеҙ. Ауылыбыҙ таланттарға бай. Балалар йырлап-бейеп шатландырҙы, “Ағинәйҙәр” ойошмаһына йөрөгән һылыу-килендәр байрамға йәм өҫтәне. Ауылдың иң оло уҙамандары – Зиннур Ишемғолов шиғыр­ҙар һөйләп ҡыуандырһа, Миңләхмәт Ишемғолов нәсихәт-теләктәрен еткерҙе. Сығыш яһаусы һәр кем ғүмерҙең ҡәҙерен белеп, матур йәшәргә саҡырҙы. Аллаға шөкөр, ауыл халҡы бик ярҙамсыл, иғтибарлы. Байрамға ла машина менән килеп алдылар, килтереп ҡуйҙылар. Бөтә ҡарттар ҙа йөрөй алмай бит, ә ойоштороусылар һәр кемебеҙ байрамды күрһен тип тырышты. Рәхмәт уларға! Алдағы көндәрҙә лә имен-һау шатлыҡлы сараларҙа осрашырға яҙһын!

Әлиә Маратова, Әбйәлил районы:

– Үткән аҙнала райондың Дәүләт ауылына ҡунаҡҡа ҡайт­ҡайныҡ, “Аулаҡ өй” тигән бик матур сараға тура килдек. Мәҙәниәт йортона барһаҡ, бәпес туйы үткәрәләр. Ата-әсәһе менән “көн геройы” – сабый үҙе ҡыҙыҡһынып күҙәтте был байрамды. Уға матур-матур теләктәр әйтелде, бүләктәр тапшырылды. Тамашасылар рәхәтләнеп йыр-моң да тыңланы, бейеүҙәрҙе лә алҡышланы. Халыҡ дәртле икән был яҡтарҙа, кисә төнгә тиклем дауам итте.
Ойоштороусылар (әйтеүҙәренсә, Айгөл Ниғ­мәтуллина етәкләгән был ойошма ошо яҡтарҙа популяр) яңғыҙаҡтарҙы таныштырыу-ҡауыштырыу буйынса бик әүҙем эшләй. Шуға ла төрлө ауылдарҙа бәпес туйҙарын да үткәреп торалар.

Лариса Вафина, Шишмә районы:

– Бөтә Башҡортостан геүләй шикелле. Беҙҙең Шишмә районында халыҡ чупакабра тип атама биргән йыртҡыс йөрөй. Уның тураһында хәбәрҙәр байтаҡтан ишетелә бит инде. Төрлө райондарҙа күпләп йорт хайуандарын, айырыуса тауыҡ-ҡаҙҙарҙы “тәмләп” йөрөй, нисәмә йыл үҙен бер кем дә тота алмай. Ҡан эскес серле йән эйәһе үтә көслө лә, ти – һарайҙағы йоҙаҡты йә кәртәнең үҙен емереү уға бер ни тормай. Аптырарһың! Нисек тоторға? Күҙ терәп, ҡәҙерләп үҫтергән малды, ҡош-ҡортто нисек һаҡларға? Берәү ҙә чупакабраның ниндәй ҡиәфәттә икәнен белмәй бит әле ул, етмәһә. Нимә икән был, бер кемгә лә күренмәгән һәм шул уҡ ваҡытта быуып, мал ҡанын эсеп йөрөгән йыртҡыс?! Бына шундай һорауым бар әле халыҡҡа.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға