«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ҡартлыҡта ла – “Йәшлек” менән



10.10.2016 Ҡартлыҡта ла – “Йәшлек” менән

Ҡартлыҡта ла –  “Йәшлек” менәнБалаҡатай районының Айҙаҡай ауылында гәзитебеҙҙең тоғро дуҫы, 24 йыл буйы “Йәшлек”тән айырылмаған 78 йәшлек Клара инәй Шәрәфиева йәшәй.
– Беҙҙең быуын китап, гәзит-журнал уҡып йәшәне. Шуға күрә мотлаҡ йыл һайын “Йәшлек”кә яҙылам. Күҙем күрмәй башланы, инде яҙылмайым, тип уйлайым да, йәм ҡалмаҫ кеүек тойола. “Сәләмәтлек” битен, “Тормош юлдары ҡатмарлы” рубрикаһын, “Йәшлек” ҡунағы”ндағы әңгәмәләрҙе яратып уҡыйым, – ти биш бала тәрбиәләп үҫтергән, оҙаҡ йылдар һауынсы булып эшләгән ябай ауыл ҡатыны.
Был ауылда ваҡытлы матбуғат менән дуҫ йәшәүселәр байтаҡ. Хат ташыусының сумкаһында “Йәш­лек”, “Әйлестан”, “Башҡор­тос­тан”, “Ба­лаҡатай яңылыҡтары” гәзиттәре байтаҡ ине. Тағы ла “Шоңҡар” һәм “Аманат” журналдарын да яраталар бында.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға