11.10.2016 Тыуған көнөң менән, ғәзиз республикам!
Атым, затым, заманым
Ерем-күгем туйлай һине бөгөн,
Ҡотло булһын, илем, байрамың!
Тантанаңа нағышланы йөрәк
Ҡайнар мөхәббәтем байрағын.
Күтәрәмен уны ҡояш итеп
Уралтауға – мәғрур киңлеккә.
Йән ереккән ергә аяҡ баҫҡас,
Егәрҙәрем арта електә.
Һай, Уралым, арҙаҡлыһы ерҙең,
Һиңә майҙан бөгөн тар һымаҡ –
Быуаттарҙы үтеп, бәйгелә һин
Һыр бирмәгән аҫау арғымаҡ.
Эйәрләтмәм уны ят ҡулдарҙан,
Ят улаҡҡа атым һонолмаҫ.
Ут-һыуҙарҙы кискән затым барҙа
Атым үтә алмаҫ юл булмаҫ!
Ил иманы!
Хаҡ, мөҡәддәс юлға
Һин бит алып сыҡтың халҡымды –
Сая рухлы Салауатым тоҡомо
Ҡыйғыр бөркөт булып ҡалҡынды.
Ҡайҙа баҡма, аҡ бәхеттәр тейәп
Ағылыр хәҙер көндәр-каруандар –
Республикам, донъя ҡеүәтенә
Ғәйрәт өҫтәр көсөң-ҡарыуың бар!
Бында яҙҙы халҡым үҙ тарихын,
Йөрәгендә шул уҡ ҡуҙ һаман:
Тыныс хеҙмәттә ул – бөйөк рәссам,
Ирке өсөн – яугир уҙаман.
Алғышланып, ҡанатланып шуға
Ҡаршылайым илем байрамын.
Яҙмышыма, заманыма һөйөнөп,
Күтәрелдем һиңә, Уралым!
Хәсән Назар