«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Путиндың тағы бер һөнәре



13.12.2010 Путиндың тағы бер һөнәре

Санкт-Петербургта онкология сирле балаларға ярҙамға мәрхәмәтлек кисәһе үтеүе тураһында ишеткәнһегеҙҙер әле. Был сараға Европаның, хатта Голливудтың да билдәле артистары йыйылды. Мәҫәлән, Жерар Депардье, Моника Беллуччи, Курт Рассел, Шэрон Стоун, Кевин Костнер кеүектәр ҙә бар ине. Ә улар араһында илдең Премьер-министрын күреү нисектер ҡыҙыҡ ҡына булды (шәхсән үҙем араларында булыуын булманым, телевизорҙан күргәнде генә әйтәм инде). Владимир Путин үҙен «әртистәрсә» тотто, йәғни сәхнәгә сығып… рояль артына ултырҙы һәм йырлап та ебәрҙе. Юҡ, урыҫса йырлап торманы, ә инглизсә «Голубичный холм»ды башҡарҙы. Был ғына түгел әле – ул "С чего начинается Родина"ның башын да уйнап ишеттерҙе. Бына шулай ул беҙҙең Премьер-министр: спорт менән дә дуҫ, йырларға ла оҫта икән. Тағы ниндәй һөнәрҙәре барҙыр? Ә башҡа түрәләребеҙ шулай булдырамы икән?







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға