07.10.2016 Затон күпере асылды!
Баш ҡала автомобилселәре ҡыуана - ниһайәт Затон биҫтәһенә, М-5 "Урал" һәм М-7 "Волга" федераль юлдарына иркенләп, тығындарһыҙ үтергә мөмкин буласаҡ. Ошо көндәрҙә ул йүнәлештә бигерәк ҙур "бөкөләр" булды.
Күперҙе Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитов һәм РФ транспорт министры Максим Соколов асты.