«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » 14 октябрҙа Зәйнәб Биишеваға һәйкәл асыласаҡ



05.10.2016 14 октябрҙа Зәйнәб Биишеваға һәйкәл асыласаҡ

14 октябрҙа Зәйнәб Биишеваға һәйкәл асыласаҡ
Өфөлә тиҙҙән Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваға һәйкәл асыласаҡ. Ошо көндәрҙә уны Октябрь проспекты башында, "Мир" сауҙа үҙәге янындағы Өфө һөнәрҙәр һәм сервис колледжы (10-сы һөнәри лицей) янында урынлаштырҙылар.

Һәйкәлде был урынға ҡуйыу бик отошло - янда ғына әҙибәнең исемен йөрөткән "Китап" нәшриәте урынлашҡан. Эргәһендә һөнәри лицей булыуын Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай Зәйнәп Абдулла ҡыҙының "Һөнәрсе һәм өйрәнсек" хикәйәте менән ауаздаш тип белдерҙе.

Һәйкәлдең бейеклеге 2,8 метр, ул ҡуланан (бронза) ҡойолған. Авторы - скульптор Владимир Дворник. Әле эргә-тирәһендә төҙөкләндереү эштәре бара. Бында Зәйнәб Биишева исемендәге сквер буласаҡ - мышар ағастары ултыртыласаҡ, эскәмйәләр, фонарҙар ҡуйыласаҡ.

Иҫтәлекле урын 14 октябрҙә тантаналы асыласаҡ. Сараға яҙыусының дуҫтары, һөнәрҙәштәре, Мәскәүҙә йәшәгән улы Тельман Әминевтың килеүе көтөлә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға