«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » 2016 йылдың октябрь (ҡарасай) айына календарь



30.09.2016 2016 йылдың октябрь (ҡарасай) айына календарь

2016 йылдың октябрь (ҡарасай) айына календарь
Байрамдар, иҫтәлекле көндәр
1 – Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнө.
– Халыҡ-ара музыка көнө.
3 – Бөтә донъя торлаҡ көнө.
– Халыҡ-ара табиптар көнө.
4 – Йыһан ғәскәрҙәре көнө.
5 – Бөтә донъя хайуандарҙы һаҡлау көнө.
– Уҡытыусылар көнө.
9 – Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө.
– Бөтә донъя почта көнө.
11 – Башҡортостан Республикаһы көнө.
12 – Башҡортостан Республикаһы Дәүләт гимны һәм гербы ҡабул ителгән көн.
14 – Халыҡ-ара стандартлаштырыу көнө.
16 – Юл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө.
20 – Хәрби элемтәселәр көнө.
– Халыҡ-ара Берләшкән Милләттәр ойошмаһы көнө.
25 – Таможня хеҙмәткәрҙәре көнө.
30 – Сәйәси золом ҡорбандарын иҫкә алыу көнө.
– Автомобилистар көнө

Юбилейҙар
6 – Башҡортостандың күренекле дәүләт һәм партия эшмәкәре, Социалистик Хеҙмәт Геройы Миҙхәт Шакировтың тыуыуына – 100 йыл (1916 – 2004).
7 – яҙыусы Наил Ҡотдосовтың тыуыуына – 75 йыл (1941 – 1995).
9 – күренекле йәмәғәт эшмәкәре Шәһит Хоҙайбирҙиндың тыуы­уына – 120 йыл (1896 – 1924).
10 – Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, медицина фәндәре докторы, профессор Зәйнулла Ғәбиҙуллиндың ты­уыуына – 75 йыл (1941 – 2014).
15 – Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, билдәле педагог Абдрахман Ғәлләмовтың ты­уыуына – 90 йыл (1926 – 1989).
22 – күренекле совет һәм партия эшмәкәре, Социалистик Хеҙмәт Геройы, Ленин ордены кавалеры Лотфулла Ҡарамышевтың тыуыуына – 100 йыл (1916 – 1985).
23 – Башҡортостандың халыҡ артисы, йырсы Филүс Гәрәевтың тыуыуына – 75 йыл (1941 – 1990).
24 – күренекле шағир, прозаик, публицист, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Сергей Чекмарев һәм Фәтих Кәрим исемендәге премиялар лауреаты Риф Тойғондоң тыуыуына – 70 йыл (1946 – 2014).
28 – шағир Рәсих Ханнановҡа – 85 йәш (1931).
– БАССР-ҙың халыҡ артисы Мулланур Ниғмәтуллиндың тыуыуына – 75 йыл (1941 – 2002).

һынамыштар
- 1 октябрҙә ел көн буйына төньяҡтан булһа, ҡыш һалҡын килер, көньяҡтан булһа, йылы булыр һәм киләһе йылда ашлыҡ уңыр. Әгәр был көндө ел көнбайыштан иҫһә, ки­ләһе йыл ашлыҡ уртаса булыр.

- Ҡыр ҡаҙҙары иртә китһә, ҡыш иртә килер.

- Ҡарлуғас йылы яҡҡа иртә китһә, ҡыш һыуыҡ һәм оҙаҡ булыр.

- Урманда миләш күп булһа, көҙ ямғырлы булыр, аҙ булһа – ҡоро килер.

- Көҙ көнө сысҡан күп булһа, ҡыш йылы килә.

- 1октябргә тиклем ҡар күҙе төшһә, сана юлы тиҙ булмаҫ.

- Көҙ оҙон булһа, яҙ һуң килер.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға