«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Сибайҙа - ҡыҙыл "колобок"



27.09.2016 Сибайҙа - ҡыҙыл "колобок"

Сибайҙа - ҡыҙыл "колобок"Элек, СССР мәлендә ауылдар, район үҙәктәре араһында кеше ташыған ПАЗ-672М автобусы үҙенең түңәрәк формалары менән ысынлап та йомро икмәккә оҡшаған. Водителдәр уны "Колобок" тип йөрөтә.

Бындай техника бик һирәк осрай. Ләкин ошолай йомро "пазик" Сибай ҡалаһында ла әле лә йөрөй икән. Ул 1989 йылда эшләнгән һәм уның менән хәҙер төҙөүселәрҙе ташыйҙар.

Әйткәнләй Әбйәлил районында ла ошондай автобус бар ине. Атауҙы-Гусев йүнәлешенән Магнит ҡалаһына кеше йөрөттөләр. Хәҙер нисек икән?







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға