27.09.2016 Өфөлә геодезистарға һәйкәл ҡуйылды
Баш ҡалабыҙҙың Крупская урамында, В.И. Ленин йорт-музейы һәм БР буйынса Росреестр идаралығы бинаһы араһында ерҙең, яһалма объекттарҙың торошон үлсәүселәргә - геодезистарға арналған һәйкәл урынлаштырылды. Уны бөгөн V Бөтә Рәсәй кадастр инженерҙары съезы мәлендә асасаҡтар.
Композицияны билдәле скульптор Хәлит Ғәлиуллин яһаған.