26.09.2016 Күгәрсендә муйылдар сәскә ата
Күгәрсен районының Васильевка ауылы янында үҫкән муйылдар сәскә атҡан. Бындай тәбиғәт мөғжизәһен белгестәр август айының саманан тыш эҫе тороуы менән аңлата. Һөҙөмтәлә ҡышҡы йоҡоға талырға әҙерләнгән ағастар яңылышҡан, икенсегә сәскә атҡан.
2005-2006 йылда Баймаҡ районында ҡайындарҙың япраҡтарын парһыҙ ебәк күбәләге ҡарышлауыҡтары ашаны. Ошо мәлдә ағастар яңынан бөрөләнеп, япраҡ ярҙы. 2010 йылдағы түҙеп торғоһоҙ эҫелек туҡтағас та алмағастар һәм муйылдар яңынан япраҡ ярҙы.