«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бутерброд пастаһы



23.09.2016 Бутерброд пастаһы

Бутерброд пастаһы
Бутерброд тиһәң, минең ниңәлер күҙ алдына ҡаймаҡ йә май һыланған, колбаса менән сыр һалынған икмәк килә лә баҫа. Сөнки бала саҡта тап шулай ашай инек. Үҫә килә табындарға шпрот менән майонездан яһай башланылар. Ә мин һуңғы арала төрлө бутерброд пасталары эшләп ҡарай башланым.
Мәҫәлән, иртәнге сәйгә мин кистән балыҡтан паста әҙерләп ҡуям. 2 йомортҡаны бешереп ҡырғыс аша үткәрәһең. Ярты һыуғанды, бер киҫәк сельд балығын ваҡлап турайһың (блендер менән иҙергә лә була). Бүлмә температураһындағы аҡ майға йомортҡа, һыуған һәм балыҡты һалып яҡшылап бутайһың. Иртәнге табын өсөн бынамын тигән паста әҙер. Ҡара икмәккә яғып ашаһаң телеңде йоторлоҡ тәмле була!
Артып ҡалһа, пластик һауыттарға һалып һыуытҡысҡа ҡуйығыҙ, йәки эшкә алып барырға мөмкин!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға