«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ә беҙҙең ауылда... (23 сентябрь)



23.09.2016 Ә беҙҙең ауылда... (23 сентябрь)

Ә беҙҙең ауылда... (23 сентябрь)
Был аҙнала беҙ Балтас, Әбйәлил, Илеш райондарынан хәбәр­ҙәр ҡа­бул иттек. Дуҫтар, һеҙҙең дә әйтер һүҙҙәрегеҙ, ауыл тормошонан матур яңылыҡтарығыҙ, теләк-тәҡдимдәрегеҙ булһа, беҙҙең дежур телефон­ға шылтыратығыҙ – 8-965-923-20-00. Гәзи­тебеҙҙең электрон адресы: ye02@yandex.ru. “Бәйләнеш­тә” селтәрендә – “Йәшлек” гәзите” төркөмө.

Аида ХӘЙРЕТДИНОВА,
Балтас районының Иҫке Балтас ауылы:
– Балтас районында былтыр башланғыс алған «Аныҡ эштәр» проекты быйыл да дауам ителде. Һәр ауылға, һәр урам­ға, һәр кешегә ҡағылған проект ауыл кешеләренең теләгенән сығып тормошҡа ашырыла. Ә урындарҙа проблемалар ауыл йыйылыштарында ҡарала. Үрге Янаҡтай ауыл биләмәһе биш ауылды берләштерә. Былтыр Яңы Ямурҙа ауылында, әлеге проектҡа ярашлы, майҙаны 100 квадрат метрҙан ашыу булған күл ҡаҙғайнылар. Ул янғын һүндереү машинаһына һыу алыу мөмкинлеге булдырҙы. Ҡышҡыһын балалар һәм үҫмер­ҙәргә хоккей уйнау өсөн һырғалаҡ булараҡ та хеҙмәт итте.
Быйыл да янаҡтайҙар проекттан ситтә ҡалманы. Иштирәк ауылында Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған ауылдаштар иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәлде яңыртып эшләнеләр. Инде объектта һуңғы эштәр бара. Үрге Янаҡтайҙа тиҙҙән дөйөм ҡулланылыштағы ике колонка яңыртыласаҡ. Ауылдағы Яндар шишмәһен төҙөкләндереү халыҡтың күптәнге теләге ине. Былтыр кешеләр үҙ көсө менән материал алып, уның түбәһен профнастилдан ябып ҡуйҙы. Йәйгеһен шишмәгә ҡулса төшөрөлдө, эргә-тирәһе профнастил менән кәртәләнде. Күмәк халыҡ ҡатнашлығындағы эштәрҙә ошо ауылдан Апсадиҡовтар, Ибакаевтар, Килмәевтар, Ямурзиндар, Яндубаевтар ғаиләләре, шулай уҡ Родион Илимбаев, Славик Биксандаев бик ҙур ярҙам күрһәтте.

Нүриҙә ИЛҺАМОВА,
Әбйәлил районының Асҡар ауылы:
– Ҡаҙмаш ауылы китапханаһында танылған журналист, тарихсы Ғәли Ирғәли улы Ишбулатовтың тарихи яҙмаларынан торған китаптың исем туйы уҙҙы. Был күркәм сараға оло быуын кешеләре йыйылып, китаптың йөкмәткеһе менән генә танышып ҡалманы, ә үҙҙәренең тәҡдимдәрен, фекер­ҙәрен дә еткерҙе. Кисәлә Ғәли Ишбулатовтың бер туған һеңлеһе Мөъминә Ирғәли ҡыҙының ҡыҙы – Нәбирә Мөхтәруллина, ике туған һеңлеһе Нажиә Ишбулатованың оло ҡыҙы Рима Истамғәлина, 90 йәшлек Хөбъямал инәй Сәғәҙәтова, Сәрбиямал һәм Миҙхәт Рәжәповтар, Сәйҙә һәм Ғаяз Ҡараҡаевтар шәхесебеҙ тураһында хәтирәләре менән бүлеште. Әбделғәзе һәм Рысҡужа ауылы китапханаһы мөдирҙәре ҡунаҡтарҙы ихлас ҡаршы алды һәм өҫтәл әҙерләште. Рәсәй Федерацияһы мәғарифының почетлы хеҙмәткәре Сания Әхмәҙей ҡыҙы Сафиуллина «Күрелгән күрәнкәйҙәр» китабы йөкмәткеһен матур, йәнгә үтерлек итеп һөйләне һәм уны мәктәп балаларына ла еткереүҙе һораны. Осрашыуҙар үткәреү йәш быуынға ла файҙалы, фәһемле булыр ине. Бында яҙылған тарих башҡа китаптар­ҙа булғаны ла юҡ – шуның өсөн халыҡ белергә тейеш, тигән тәҡдимен әйтте. Әбделғәзе китапханаһы хеҙмәткәре Әлфиә Ғәлләмова ошо юлдар авторының шиғыр китабындағы әҫәр­ҙәре менән таныштырҙы. Кисә аҙағында Ғәли Ирғәли улы рухына аяттар бағышланды. Китапхана мөдире Рәзилә Абдулхаҡ ҡыҙы Шәмсетдинова кисәне ойоштороуға күп көс һалды. Ошо сарала ҡатнашыусыларға, бигерәк тә ойоштороусыларға оло рәхмәтемде еткерәм. Тормоштарында, эштәрендә уңыштар, ғаилә бәхете, иң мөһиме, һаулыҡ теләйем. Китапты нәшер итергә ярҙам итеүселәргә – Мөъминә Ишбулатова-Хисмәтованың ейәндәренә, бер туған Әхәт һәм Рафиҡ Хисмәтовтарға бигерәк оло рәхмәтлемен. Артабан йыйынтыҡты тиражлау минең өсөн оло бер эш булып тора.

Зиләрә БАСИРОВА,
Илеш районының Ҡаҙыр ауылы:
– Ауылыбыҙҙа күптән түгел һөйөнөслө ваҡиға булды – яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты файҙаланыуға тапшырылды. Элекке бина иҫке, емерек хәлдә ине. Төҙөүселәр – «Илеш-ПМК» хеҙмәткәрҙәре – уны кирбестән ике айҙа күтәрҙе. 64 квадрат метрлыҡ бинала сирлеләрҙе хеҙмәтләндереү өсөн хәҙер бөтә шарттар ҙа – процедуралар бүлмәһе, ба­ла тыуғанда тәүге ярҙам күрһәтеү, стоматология кабинеттары бар, санузел эшләнгән. Өр-яңы ҡорамалдар ҙа алынған. Ауыл фельдшерына мөрәжәғәт итеүселәр, дауалау процедураларына йөрөүселәр йылы, яҡты бинала медицина ярҙамы аласаҡ. Төҙөлөш өсөн 3 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. Ауылыбыҙҙың ФАП мөдире Зәбирә Ғабдрах­манова менән патронаж шәфҡәт туташы Тәнзилә Ғабдрахмановаға заманса бинала рәхәтләнеп эшләргә генә ҡала.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға