22.09.2016 Ашҡабаҡ ҡабартмалары (оладьи)
Сентябрҙә баҡсала ашҡабаҡтар өлгөрөп етә. Тәмле лә, файҙалы ла ризыҡ. Унан уңған хужабикәләр телеңде йоторлоҡ тәмле аш-һыу әҙерләй. Ябай ғына рецепт менән мин дә уртаҡлашырға булдым.
Уртаса ҙурлыҡтағы ашҡабаҡтың яртыһын орлоҡтарҙан, ҡабығынан таҙартҡас иттурағыс аша үткәреп алырға. Ул массаға 1 йомортҡа, яртышар стакан шәкәр, крахмал оно, 1,5-2 стакан бойҙай оно, аш һеркәһендә һүндерелгән 1 сәй ҡалағы сода, һәм тәменә ҡарап тоҙ һалып яҡшылап бутарға.
Уларҙы майҙа ике яҡлап ҡыҙҙырып алырға кәрәк. Бешҡәс тә был ҡабартмалар төҫөн юғалтмай, ҡояш кеүек һарыҡай ғына булып табын биҙәйәсәк. Ә сәй табынына уларҙы бал йәки алма ҡайнатмаһы менән бирергә була.
Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!