«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәйғор нурын яратаһың икән-



22.09.2016 Йәйғор нурын яратаһың икән-

Йәйғор нурын яратаһың икән-Йәйғор нурын яратаһың икән-
Ямғыр үткәндәрен көтә бел.
Дауылдар ҙа мәңге ҡоторонмай,
Ғәрәсәттең һуңы- имле һил.

Һөйөләһең килһә- кисерә бел,
Хискә һыуһағанһың- кисә бел,
Тоғро дуҫтар кәрәк тиең икән-
Күңелеңдә һаҡла иҫәбен.

Бәхет кәрәк икән, һағыш аша
Офоҡ алланғанын күрә бел.
Тартып торған меңәр нурҙарынан
Үҙеңдекен генә тирә бел.
...Был тормоштан ниҙер кәрәк икән-
Аҡтыҡ түҙемеңде бирә бел...

Наилә Хамбалеева







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға