«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бөгөн Смайлик тыуған :-)



19.09.2016 Бөгөн Смайлик тыуған :-)

Бөгөн Смайлик тыуған :-)Бөгөн донъяла сәйер бер байрам - Смайлик көнө билдәләнә. 1982 йылдың 19 сентябрендә Карнеги-Меллон университеты профессоры Скотт Фалман компьютерҙа текст йыйған саҡта йылмайыуҙы өс символ - ике нөктә, һыҙыҡ һәм ябыусы йәйә менән билдәләргә тәҡдим итә.

Былтыр беҙ "Йәшлек-фараз" конкурсында еңеүселәрҙе тәбрикләргә Баймаҡ районының Өмөтбай ауылына барғанда Альбина һәм Ғәзиз Садыҡовтарға инеп сыҡтыҡ. Улар Гүзәлиә исемле ҡыҙҙарына бына ошондай Яңы йыл костюмы яһаған.

Тәүҙә улар фитнес шары өҫтөнә көнбағыш майы һөрткән. Был иһә аҙаҡтан тышлыҡты еңел генә айырылыуына булышлыҡ итә. Аҙаҡтан гәзит биттәрен еүешләп өҫтөнә һалғас, ҡатламдар араһына он клейстеры һөрткәндәр. Аҙаҡ тышлыҡ кипкәс шарҙың тынын сығарып, уйылған тишектән алғандар.
Папье-маше тип атала был технология. Килеп сыҡҡан шарҙы наждак тиреһе менән ышҡып тигеҙләргә, буярға кәрәк. Шар үҙе ныҡ килеп сыға, ауырлығы ла һиҙелмәй. Тырыш ата-әсәнең фантазияһы бына ниндәй була. Әтү бәғзеләр балаларына спайдермен йә фея костюмын һатып ала ла "вәссәләм!" итеп ҡотола. Һөҙөмтәлә Яңы йыл байрамында биш-алты Лунтик, ике-өс Үрмәксен-кеше йөрөй.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға