16.09.2016 Юҡҡа барҙыҡ аулаҡҡа...
– Матур итәктәр һатам, күрһәтәйемме? – Асия менән танышлыҡ уның ошо һүҙҙәренән башланды. Ул ишектән башын тығып һораны ла, ыңғай яуап ишеткәс, ҙур сумкаһын һөйрәтеп эш бүлмәбеҙгә килеп инде, шунан һуң ғына һаулыҡ һорашты:
– Һаумыһығыҙ!
Һәм шундай киң итеп йылмайҙы, ихтыярһыҙҙан беҙҙең дә ауыҙ ҡолаҡҡаса йырылды... Быйыл танышлығыбыҙға ун алты йыл, имеш. Асия шул уңайҙан Гөлнара менән мине аулаҡҡа саҡырҙы: “Бер тапҡыр ҙа өйөмдә булғанығыҙ юҡ, ирем балалар менән балыҡҡа сығып китте, сәй эсергә килегеҙ”. Гөлнараны – аш бүлмәһе батшабикәһе, ә Асияны, “Зингер” королеваһы, тип атайым. Сөнки уның тегенеү оҫталығына хайран ҡалмаған кеше һирәк. Тегенергә уйлаһа, беҙҙең ише лекало, метровка, миллиметрлы ҡағыҙ менән ҡаңғырып йөрөмәй (йөҙ тапҡыр үлсәп, тикшереп, тағы үлсәп), тиҙ генә үлсәмдәрҙе яһай ҙа, шатыр-шотор тауарҙы ҡырҡып, күҙ асып йомғансы тегеп тә бөтә. Уның араһында көләмәстәр, лаҡаптар тетеп, һынды ҡатырғансы көлдөрә, үҙе лә шарҡылдап, ап-аҡ тигеҙ тештәрен емелдәтеп, башын артҡа ташлап көлә. Үҙе килеп тороп һылыу! Гөлнара, иҫләһәгеҙ, карап кеүек “ыздарауай” бит, ҡатлы-ҡатлы, минең дә бил ҡайҙалыр юғалып ҡалған, муйын үҫергә онотҡан, ә Асия – модель: бар нәмәһе урынында, 90х60х90 параметрҙарына ярашлы. Ике тапҡыр бала тапҡандан һуң да нисек шулай нескә билле булып ҡалмаҡ кәрәк?! Етмәһә, беҙҙең ише тишек кеҫәле лә түгел, аҡсаны эшләй белә. Бер һүҙ менән әйткәндә, көнләшәм тиһәң, Асия барыһы өсөн дә иң ҡулай объект. Хатта алтын холоҡло Гөлнара ла бөгөн күстәнәскә килтергән тәмлекәстәрен өҫтәлгә бушатҡас, Асияны рентген аша үткәрергә самалағандай һынсыл ҡарап сыҡты ла, миңә, әйҙә ошо бисәне туҡмайыҡ, тип етди генә өндәште. Юрый ҡаштарын уҫал төйөп, еңдәрен һыҙғана ла башланы, әйтерһең дә, ысынлап Асияны ярырға йыйынды.
– Ҡыҙҙар, һеҙ нимә? – Асия, һәр ваҡыттағыса, яңғыратып көлдө. – Ниндәй зыяным тейҙе?
– Үтә матур булыуың беҙгә зыян килтерә, һинең яныңда беҙҙе күҙгә лә элеүсе юҡ, – Гөлнара уның башына йоҙроғо менән юрый ғына “туҡ-туҡ” итте. – Етер һиңә йәш ҡыҙҙарҙай нескә бамбук булып йөрөргә, баобабҡа әйләнергә ваҡыттыр инде, юғиһә һиңә ҡараған һайын йән көйә.
– Ҡарама һуң! – тине көлөп Асия.
– Ҡарамаһаң, ҡарағы килә бит әле ул, кәртинкәһең! – Гөлнара Асияны, ҡурсаҡтай елтерәтеп кенә, тегеләй ҙә былай әйләндерҙе, – тфү, тфү, күҙ теймәһен, килмәгән ерең юҡ, етеш тормошта йәшәйһең, ирең һинең өсөн өлтөрәп тора... Бәхетлеһең!
– Эй, ҡуйығыҙсы, ҡыҙҙар, – әле генә ҡояштай балҡыған Асияның йөҙөн кинәт алыштырҙылармы ни, күҙ алдында сырайы һүнде лә ҡуйҙы. Өлкән төҫө инде. – Әҙерәк тормошҡа зарланып алырға инде, тим?!.
Күргән һайын йылмайған-көлгән, зарланыуҙың ни икәнен дә белмәгән оҫта ҡуллы бизнесвумендың был һүҙҙәренән һуң уны танымай, ғәжәпләнеп шымтайыштыҡ:
– Эшеңдә проблемалармы?
– Эштә лә, өйҙә лә... – Асия өмөтһөҙ ҡул һелтәне. – Яңы асҡан эшем бармай, төп бизнестан аҡсаны сығарып, ундағы тишек-тошоҡто ямауға тотонорға тура килә, шунлыҡтан финанс ауырлыҡтары тыуырға тора. Ир менән дә һуңғы арала гел иреш-талаш, бөгөн дә иртән ғауғалаштыҡ, шуға ул, балыҡты сәбәп итеп, өйҙән сығып ҡасты...
– Ҡайһы ғаиләлә һауыт-һаба шалтырамай? Ғаиләнең көйлө лә сағы булыр, көйһөҙ яғы ла сығыр. Олоға ебәрмәһәгеҙ – булды.
– Олоға китеп бара, буғай...
Әйткәндәй, был Асияның икенсе никахы. Беренсе ире, тәүге эре купюралар ҡулына эләккәс тә, байлыҡтан башы әйләнеп, аҡсаһын ҡайҙа тығырға белмәгәндәй, һөйәркә артынан һөйәркә алмаштырҙы, һуңынан тамам бер йәш ҡыҙға эҫенеп, ҡатыны менән балаһын ташланы. Һәр тингәсә даулашып, кәмһетелеүҙәр, янауҙар аша үтеп, ире менән бизнесты бүлешкәндән һуң башҡа берәү, бәлки, бөгөлөп тә төшөр ине, әммә Асия бирешмәне, теше-тырнағы менән эшҡыуарлыҡҡа йәбеште. Башлы ул хәтәр, килгән килемен арттырып, фонд биржаһында ғына әллә күпме аҡса отто. Донъя-ерен ямап, аҡсаға етешеүгә ғашиҡ булды. Министрға, йә булмаһа, уның урынбаҫарына, йә шул кимәлдәге суперменға ғашиҡ була торған кеше бит инде үҙе, ә ул тотто ла ябай ғына водителгә хайран-вайран ҡалды. Водитель әллә кеше түгелме, Асия беренсе сортлы ла, шофер өсөнсө сортлымы, тип көйә күрмәгеҙ. Ни бары уларҙың бөтөнләй бер-береһенә пар килмәүенә генә ишара. Ике юғары белемле, классик музыка тыңлап үҫкән Асия менән водитель курсын ғына бөткән, “Владимирский централ”ды көнө-төнө тыңлаған водителдең уртаҡ нимәһе булһын? Ышанығыҙ: иҫ китерлек бер нәмәһе лә юҡ, яп-ябай ир. Аңлар инек, әгәр ул Ниғмәтуллиндай баһадир булһа, йә Гәрәевтай – һандуғас тауышлы, һис юғында Йосоповтай һөйкөмлө һәм бай булһа... Юҡ шул, уртаса буйлы, ҡуңыр йөҙлө, эш хаҡына йәшәп өйрәнгән ябай граждан. Асияныҡы кеүек, уның да бер балаһы бар – ун йәшлек ҡаҡса ғына ҡыҙы. “Ҡатыны мәрхүм булып, ҡыҙыҡай етем үҫә, уға әсә йылыһы, наҙы етмәй, шуға ла бергә йәшәргә булдыҡ”, – тип аңлатты Асия тиҙ арала өйләнешеүҙәрен. Үҙенең балаһына ваҡыты, иғтибары етмәгән Асияның нисек итеп кеше балаһын тәрбиәләрен күҙ алдына ла килтерә алмай, аптырашҡайныҡ. Беҙҙең һорауҙарға ул: “Бик тә булмаһа, ҡыҙҙы интернатҡа ла ебәрергә мөмкин, минеке уҡый бит”, – тип яуапланы. Ике ят кешене һөйөү генә түгел, уртаҡ бала ла бер-беренә беректерә тип, Асия бер аҙҙан ауырға уҙҙы, ирен ир бала табып һөйөндөрҙө.
– Шуға тиклем үгәй ҡыҙ менән мөнәсәбәттәр арыу ғына һымаҡ ине, уртаҡ балабыҙ тыуғандан һуң холҡо ҡырҡа боҙолдо: миңә ҡаршы телләшә, алдаша, урлаша, – Асия сынаяғындағы ҡалаҡты зырлатты. – Этлегенә өлкәндәрҙең башы етмәҫ. Үткәндә, бүлмәңде йыйыштыр, тим. Ә ул миңә оятһыҙ рәүештә ирен сите менән генә йылмайып, юҡ, ти. Мин ҡоростан яһалмаған, асыуландым. Ныҡ ҡына итеп әрләгәйнем, иланы ла, сығып йүгерҙе. Аҙаҡ атаһына, үгәй әсәй мине әрләй, туҡмай, тип ошаҡлаған. Ирем, нишләп улайтаһың, ҡыҙымды рәнйетәһең, тип миңә көйҙө, бала менән бала булма, уға яҡынайыу юлын тап, ти. Тырнаҡ менән сиртһәм – бер асыу... Шул бала сумкамдан ун мең һум аҡсамды урлаған. Ярай ҙа яҡындағы магазиндан теләһә нимә алып ашаған (әйтерһең дә, ас йөрөй!). Таныш һатыусы, ҡыҙығыҙға ниңә ундай ҙур сумманы тоттороп сығарғанһығыҙ, тип әйтмәһә, белмәҫ тә инем уның урлашҡанын. Аҡсаны эштәгеләрҙән таптырыр, полицияға ғариза яҙыр инем... Ирештем, әлбиттә, әлүктән урлашҡас, аҙаҡ ни булыр? Тағы шуның арҡаһында өйҙә ғауға ҡупты... Бөгөн иртән телефонымды таба алмай эт булдым. Унитазда ята ине. Унан башҡа кем ташлаһын? Шуның ғына этлеге. Ҡыйбатлылығында эшем юҡ, ул телефонда бит бик кәрәкле номерҙар: клиенттарҙың, партнерҙарҙың... Мин теймәнем, тип илай, улығыҙ уйнап йөрөй ине, шул бәргәндер, тип ҡустыһына япһара.
– Бәлки, ысынлап бәләкәсегеҙ ташлағандыр? – Асия ла йәл кеүек, үгәй ҡыҙҙы ла йәлләйбеҙ, икеһен дә аҡларға маташабыҙ. – Бәлки, һин алдан уҡ бер ҡарашҡа килгәнгә, гел дә үгәй ҡыҙың ғәйепле тойолалыр. Улығыҙ ҙа бик тиктормаҫ бала ла һуң, ташлауы ла ихтимал...
– Әллә инде, – Асия ҡалағына көс төшөрә. – Насар уҡый, өйгә эш эшлә, тиһәң, ә мин теләмәйем, ти ҙә ҡуя. Бына ни эшләргә уның менән?
Әсәйҙән иртә тороп ҡалған ҡыҙға иғтибарҙың етмәүен, атаһын ҡыҙғаныуын, шунлыҡтан төрлө йәмһеҙ ҡылыҡтар ҡылыуын аңлайбыҙ, ләкин ҡыҙған Асияға шуны нисек еткерергә?
– Ә һин уны ҡосаҡлап ултырғаның бармы? – ти Гөлнара ипләп кенә.
– Ҡасан? – Асия ҡулдарын йәйә. – Ҡасан миңә ҡосаҡлашып-һөйөшөп ултырырға? Эштән бушайыммы мин? Ике эште тартам, өйгә ҡайтһам, тағы өй эштәре... Бәләкәсте һөйөргә саҡ-саҡ ваҡыт табам... Ошо ҡыҙсыҡ арҡаһында ирем менән араларыбыҙ һыуынып бара, эштә лә толҡа тапмайым, психланып, ҡул аҫтындағыларға ерле-юҡтан екерәм...
Асияның күҙҙәренә йәш тула.
– Бәлки, һиңә аҡса артынан ҡыуыу тиҙлеген кәметергәлер? – тибеҙ уға. – Ғаиләң менән тәбиғәт ҡосағына сығып ял итергә, сит илгә барып ҡайтырға, ял көндәрендә булһа ла телефондарыңды һүндереп, үҙеңде тотошлай ғаиләңә бағышларға кәрәктер? Үгәй ҡыҙың менән яҡынайыр өсөн уның менән күберәк аралашырға, уға иғтибарлыраҡ булырғалыр?
– Нисек ул конвейерҙы туҡтатаһың? – Асия көрһөнә. – Эшҡыуарлыҡта ял көндәре юҡлығын аңламайһығыҙ. Бар нәмәне үҙең контролдә тотмайынса бер нисек тә булмай. Бәлки, тағы ла бер өс-дүрт йылдан, барыһы ла яйға һалынғас, дилбегәне ваҡытлыса ышаныслы кешегә тапшырырға форсат сығыр, ә әлегә бер нисек тә эште ситкә ҡуя алмайым.
– Һинең өсөн эшең ғаиләңә ҡарағанда ла ҡәҙерлерәкме ни? – эшҡыуар түгелбеҙ, шуғамы икән тормош ҡиммәттәребеҙ икенсерәк. – Аҡса артынан ҡыуып, өлкән балаңды юғалтҡанһың түгелме?
– Аңламаным, нисек инде юғалтҡанмын?! Ул икенсе ҡалала белем ала...
– Үҙем шылтыратмаһам, ул шылтыратып, хәлемде лә белешмәй, каникулға ла бында ҡайтмай, өләсәй-олатайына барыуҙы хуп күрә, тип үҙең бер тапҡыр әйтеп ташлағайның... – зитына тейҙек, ахыры, Асияның йөҙө йәмрәйҙе:
– Атаһы уны миңә ҡаршы ҡотортҡанға шулай.
– Ә үҙең уның янына ҡасан барып ҡайттың?
– Ваҡытым бармы?! – тине лә Асия телен тешләне. – Ой, ҡыҙҙар, мин шундай иҫәр...
Үҙенең хаталарын аңлап, инде йүнле хәбәр әйтер, тиһәк, Асия төптө икенсе хәбәр сурытмаһынмы:
– Яратам, тип, ышаныслы, яҡшы кеше, тип, балалы кешегә кейәүгә сығып, проблемалар һаҙлығына батҡанмын, үәт, мин, исмаһам, иҫәр... Балалы ир миңә нимәгә ине инде? Артыҡ йөк ауҙарғанмын өҫтөмә, йән көйгөрө... Яңғыҙ башым – тыныс ҡолағым....
Эшҡыуар Асияны яманларға, хөкөм итергә хаҡыбыҙ булмаһа ла, күңелебеҙ кителде. Кәйефебеҙ төшкәс, сәйҙең дә тәме китте. Ун алты йыл аралашып йөрөгән танышыбыҙҙы бөтөнләй белмәгәнбеҙ икән. Водитель, уның ҡыҙы алдында үҙебеҙҙе ғәйепле тойҙоҡ. Нисектер беҙҙең дә күңел йылыбыҙ уларҙан йәшереп алып ҡалынғандай ине. Эш-мәшәҡәттәргә һылтанып, ҡайтырға юлландыҡ.
– Ике юғары белемле булһа ла, иҫәр, эйе бит, – тине Гөлнара ҡайтышлай.
– Ни әйтергә лә белмәйем, – тинем, уйҙарыма сумып, – кем беҙ уны ғәйепләргә?!
Асияның һылыулығы юғалды, юйылды. Хәйер, сибәрлеге үҙе менән ҡалғайны, эске матурлығы, гүзәллеге юҡҡа сыҡҡанға төҫһөҙләнде шикелле. Юҡҡа барҙыҡ уға аулаҡҡа...
Баныу ҠАҺАРМАНОВА.