18.09.2016 Изге хәтер баҡсаһы
Ярты быуат әүәл Өфөлә Башҡортостан урмансылары исемендәге паркҡа фатиха бирелгәйне
Аҡсарлаҡтар, ҡанат осо менән тулҡындар өҫтөндәге күбекте элеп ташлап, Ағиҙел буйлап кәйелеп оса. Йылға көньяҡтан килеп төньяҡҡа боролған урында, текә яр башынан, меңдәрсә күҙ-тәҙрә ошо мәңгелек ағымды әҫәрләнеп күҙәтә. “Ағиҙелдең ағымын күргәндә һеҙҙе һағынып йырҙар яҙырмын”, – тигән бит шағир ҙа.
Ошонда ғүмереңдең иң матур йылдары үткән ҡалаға мөнәсәбәтеңде ниндәй һүҙҙәр менән генә еткермәк икән? Өфөнөң йөҙөн һүрәтләү өсөн ҡандай буяуҙар табырға? Сөнки унда батырлыҡ һәм наҙ, игелектәр һәм сир-сырхауҙар бер юлы сағылырға, олпат ҡарт менән йөрәкһеү йәш кеше күренергә тейеш. Ҡалаларҙың үҙ ғәҙәте: йылдар үткән һайын улар йәшәрә генә бара. Уйымса, таш ярҙамында ошо музыканы хасил иткән халыҡ уға үҙенең йәшәү һуттарын һәр даим өҫтәй тора.
Ғүмер кисергән урыным ҡаланың шаҡтай тыныс, әллә ни ығы-зығыһыҙ бер урамында. Төндәрен яҙыу өҫтәле артында ултыра торғас, ҡәләмемә ял биргән мәлдәрҙә республикабыҙ пайтәхетенең тын алышына ҡолаҡ һалам. Уның һис ҡасан мөкиббән йоҡоға суммағанын да беләм, ҡаланың һиллеген меңдәрсә кеше һаҡлай. Әле аҡ пароходҡа, йә йылғаны айҡаусы аҡсарлаҡҡа оҡшатырлыҡ ҡалала тормош бер мәлгә лә тынмай. Тын тартҡан арала ғына кемдер күҙен асҡан, ә бүтән берәү күләгәләр донъяһына күскән, изгелек менән яуызлыҡ, мәғрифәт менән томаналыҡ, ирлек менән хурлыҡ араһында алыш әле тамамланмаған ҡалала тормош үҙе үлемһеҙлеккә күсә.
Йәшә, пайтәхет, эшлә, данлы ҡала! Почетлы гражданың Мостай Кәримдең шиғырын ябайлаштырып әйткәндә, көндөҙҙәрен һәйбәт кешеләрҙе ҡаршылауыңды, төндәрен яҡшы төштәр күреүеңде теләйем.
Ләкин мин ҙур, шаулы, бихисап йөҙлө мегаполистың йөрәк түрендә тамыр йәйгән бер урман киҫәге, дөрөҫөрәге – Башҡортостан урмансылары исемен йөрөтөүсе парк хужалығы тураһында әйтергә йыйынғайным бит. Был хәлгә ихлас шатмын, сөнки ярты быуаттан ашыу ваҡыт матбуғатҡа хеҙмәт итә торғас, урмандың үҙенә лә, уны ҡурсалаусыларға ла байтаҡ юл арнағанмын икән. Журналист һәм яҙыусылыҡ хәстәрҙәре менән миңә Башҡортостандың һәр тарафында булырға насип итте. Ағиҙел менән Йүрүҙән яралған урындар баҡыр олонло ылыҫлы урмандар менән ҡапланһа, Ҡариҙел менән Инйәр, Нөгөш менән Әй, Ҡағы менән Эҫем ярҙарында тегеләренән дә былайыраҡ ҡуйы урмандар үҫә. Дүртөйлөләге ҡеүәтле Әңгәсәк ҡарағайҙарын, Илештең яҡты ҡайындарын, ултыртылған ағас менән көпләнгән Туймазы ҡалҡыулыҡтарын онотоу мөмкинме һуң? Башҡортостан – Рәсәйҙең күҙ терәп торған урындарының береһе һәм уның баҫыуҙарын ҡыуан елдәрҙән һаҡлаусы ла, ҡыштарын уларға дым туплаусы ла йәнә – урман, ағас-ҡыуаҡтар һыҙаты. Башҡорт еренең төп йәме нәҡ урманда, тип раҫлаһам, яңылышмамдыр. Республиканың күп кенә төбәгендә кешеләрҙе туйындырыусы ла, әүәлгесә, урман.
Урман – минең ғүмерлек мөхәббәтем һәм йылдар уны һүрелтә алманы. Әйткәнемсә, урман тураһында байтаҡ яҙғанмын һәм “Рәсәйҙең урман байлыҡтарын һаҡлаған һәм арттырған өсөн” тигән билдәгә лайыҡ булыуым менән ғорурланам. Был – дәүләт наградаһы һәм, белеүемсә, Башҡортостандағы ҡәләмдәштәрем араһында ул хөрмәт хәбәрсегеҙгә генә күрһәтелгән икән.
Шулай ҙа, әйҙәгеҙ, Өфөгә, аныҡлабыраҡ әйткәндә, уның Башҡортостан Республикаһы урмансылары исемен йөрөтөүсе урман-парк урынлашҡан яғына, әйләнеп ҡайтайыҡ. Әйткәндәй, ул быйыл үҙенең илле йылын билдәләй.
Урбанизация, йәғни халыҡтың ҡалала эркелешеп йәшәргә теләүе тиҙләшкән һайын, кеше тере тәбиғәткә нығыраҡ ынтыла. Уның көнитмеш урындарын сәнәғәт предприятиелары, төҙөлөштәр, тимер, шоссе юлдар һәм үткәргес торба магистралдәре йәһәтләп баҫып ала. Ҡала халҡы, ауылдыҡылар ҙа, һиллек, саф һауа, таҙа һыу һәм ҡыйланмаған ер булған урындарҙы эҙләргә мәжбүр. Ундай урындарҙы табыуы ла ҡыйынлаша. Ошо хәл мегаполистарҙа мәҙәниәт һәм ял парктарын, ә иң яҡшыһы – урман-парктың хасил булыу зарурлығын тыуҙыра. Өфө әүәлдән урмандары һәм парктары менән билдәле ҡала ине. Унда йәшәүсе һәр кемгә, уртаса алғанда, 200 квадрат метр ағаслыҡ-ҡыуаҡлыҡтар тура килә. Ҡунаҡтар республика баш ҡалаһында ағастарҙың күплегенә хайран ҡала, ә өфөләр уларға, беренсе нәүбәттә, һәйкәлдәр һәм скульптуралары булған скверҙар һәм аллеяларҙы күрһәтә. Иван Якутов, Мәжит Ғафури исемендәге, “Ҡашҡаҙан” парктары, Салауат Юлаевҡа һәйкәл эргәһендәге сквер, ҡала үҙәгендәге байтаҡ аллея яҡшы билдәле. Шулай ҙа һуңғы йылдарҙа Өфөләге иң шәп ял итеү урындары исемлегендә Башҡортостан урмансылары исемендәге урман-парк алда тора.
Башҡортостандың баш ҡалаһында урмандарҙы тәрбиәләү йәһәтенән күп эш башҡарыла. Әгәр улар тәртиптә тотолһа, ҡала халҡы урмандарға йышыраҡ йөрөү теләген белдерә. Тимәк, ҡаланың комфортлы мөхитендә тәбиғәт ҡосағында булыу мөмкинлегенә күптәр ышанған.
Урмансылар, кеше күҙенә салынып, йәмғиәттә шаулап, хәбәр һөйләп йөрөүсе халыҡ түгел. Уларҙың хеҙмәте алыҫта ла, төпкөлдә лә. Төп бурыстары – урманды һаҡлау, ҡулдан килгәнсә, уға йәшәү көсө биреү. Был осраҡта кешеләрҙә урманға ҡарата ихтирамлы мөнәсәбәт кенә түгел, бәлки урман хеҙмәткәрҙәре эшенең мөһимлеген аңлауҙы тәрбиәләү мөһим. Республика Урман хужалығы министрлығының элекке етәкселәренең береһе ғәҙел раҫлағанса: “Беҙ эшләгәндәр ағастар араһында ҡала, шулай ҙа кешеләр эшебеҙҙе үҙ күҙҙәре менән күрһен. Урмандан сығыу кәрәк”. Ысындан да, урманды таҙартып ҡырҡыу, уны ҡороған, серегән ағастан, диләнкәләрҙәге ҡалдыҡтан арындырыу, йылға ярҙарын тәртипкә килтереү, шишмә-инештәрҙе терелтеү, халыҡ айырыуса йыш була торған урындарҙы уңайлау – быларҙың һәммәһенә ижтиһад кәрәк. Экологик мәғрифәт тә эштең мөһим өлөшө.
Яҡын дуҫым һәм фекерҙәшем Риф Ғүмәр улы Ҡаҙаҡҡолов министр булған саҡта, миҫалға, һәр районда йыл һайын кәм тигәндә егерме инеш һәм шишмәне кәртәләп алып, тапап, ҡыйлап бөтөүҙән ҡурсалап ҡалғандар. Иләүҙәр, ҡош-ҡорт та иғтибарҙан мәхрүм булмаған. Ошо хәтлем эш урмансыларҙың ғына ҡулынан килмәй, ауыл халҡының, уҡыусыларҙың ярҙамы кәрәк.
Мауығып, урман-парктан йәнә олағып сығып киттем. Новиковка, Урман-парк һәм Йәшел сауҡалыҡ микрорайондарында йәшәүселәрҙең ялын ойоштороу маҡсатында, 1966 йылда Өфө ҡала советы башҡарма комитеты, Урмансылар көнө хөрмәтенә, Башҡортостан урмансылары исемендәге йәшеллек зонаһында тәүге урман-парк булдырырға ҡарар сығара. Уның нигеҙен 100 гектарлыҡ Парк урмансылығы урмандары тәшкил итте. Урман-парк идеяһы республика урман хужалығы министры Марсель Хәбиб улы Абдуловтыҡы. Һүҙ аҙағындараҡ был шәхес тураһында йәнә әйтермен. Әлегә шуныһы, урман-паркты ойоштороу һәм быуынға ултыртыу хатта ифрат һәләтле кешенең дә яңғыҙының ғына ҡулынан килерҙәй эш түгел. Парк хужалығына алдараҡ әйтелгән Риф Ҡаҙаҡҡолов күп көс һалған. Баш ҡала парктары өсөн имән, йүкә, ҡарағас үҫентеләрен тәрбиәләү генә ни тора! Әйткәндәй, сәсеп үҫтерелгән ҡарағас хәҙер тотош республика буйынса хәтһеҙ майҙанды биләй.
Күп ҡарағастар урман патриархы булып ултыра. Ошо йылдарҙа Матросов исемендәге, Ғафури исемендәге, Якутов исемендәге, Салауат Юлаев исемендәге парктарҙа, мәҙәниәт һарайҙары, ҡайһы бер кинотеатрҙар эргәһендә зәңгәр шыршылар ултыртылды.
Урман-парк өсөн ағаслыҡ уңышлы һайланылған. Самалы ғына майҙанда бик күп төр ағас, ҡыуаҡтар, үлән, сәскәләр үҫә. Иң мөһиме – ошо тәбиғәт мөйөшө торлаҡ йорттарға яҡын ғына. Урман-парк Ағиҙел менән Ҡариҙелде айырып торған яҫы ҡалҡыулыҡта ята. Тигеҙ ҡалҡыулыҡ, Сутолока йылғаһы буйҙары, үҙәктәр, Ҡариҙелдең текә ярҙары, бай үҫемлектәр донъяһы – ял өсөн тәбиғәт бында һәммәһен дә биргән кеүек. Әкиәттәр һәм легендалар ағасы булған имән 52 гектар майҙанды, урман-парктың яртыһынан күберәген, биләй. Ғәжәйеп матурлығы, ҡеүәте һәм ғүмерле булғаны өсөн имәнде боронғо римляндар Йыһан менән йәштәш тип йөрөткән (ә урмансылар, мәғлүм булыуынса, уны үҙ эмблемаһы итеп һайлаған). Ағастарҙың бәғзеләре бер нисә быуынды үткәрә. Урман-паркта ла 60 – 90 йәшлек имәндәр күп. Имәнлектә, ҡатнашып, саған, йүкә, йыла, сәтләүек ҡыуағы, осҡат һәм муйыл да үҫә.
Урман-паркты ысын мәғәнәһендә ландшафт архитектураһы әҫәре итеү өсөн күп көс түгелгән, хәҙер уның һәр аҙымы, һәр ая ере кешеләргә ял биреү һәм тәбиғәтте байытыу өсөн эшләй. Ошо ҙур комплекстың тәғәйенләнеше һәм файҙаланылыуы тураһында гәзит мәҡәләһендә генә ниҙер әйтергә тырышыу ғына – урынһыҙ, уны килеп күрергә кәрәк.
Кешеләрҙең ағастар менән уртаҡ һыҙаттары күп. Беренсенән, тегеләр ҙә, былары ла – тере йән эйәләре. Әҙәм балаһы был донъяға игелекле эштәре менән замандаштарының хәтерендә оҙаҡҡа ҡалыр өсөн килә.
Ағас орлоғо иһә, тәбиғәт-әсәнең мөхитенә эләгеп, үҫентеләр ебәрә, тамырҙарын нығыта һәм, аҙаҡ килеп, ҡеүәтле, гүзәл баһадир булып күтәрелә.
Ошо юлдарҙы яҙып ултырғанда аҙашым, Башҡорт АССР-ның тәүге урман хужалығы министры Марсель Хәбиб улы Абдуловты йәнә хәтерләнем. Беҙҙең ғаилә күп йылдар Коммунистик урамдағы “обком йорттары”ның береһендә йәшәгәйне. Тыҡрыҡ аша халыҡта “ҡарт большевиктар йорто” тип йөрөтөлгән олпат бина тора. Ошонан һәр иртә автомашина мыҡты кәүҙәле, ҡараһыу-йәшел форма кейгән урта йәштәрҙәге бер ирҙе алып китә. Башҡортостан урмандарының хужаһы йыйнаҡ, тәртип белгән кеше ине шул.
Яҙышыусы бүтәндәр һымаҡ уҡ, минең дә ылығыуҙарым, мауығыуҙарым үҙгәргеләне, сөнки тормош ҡыҙыҡлы темаларҙы, осрашыуҙарҙы юлыңа сығара тора. Шулай ҙа урманға һәм унда эшләүсе кешеләргә ҡарата мөхәббәтемде һәм ихтирамымды ғүмерлеккә һаҡлайым. Миңә республиканың бик күп урмансыһы менән танышырға, хатта дуҫ булырға насип итте. Һәм ошо дуҫлыҡтың йылыһы йөрәгемә әле булһа рәхәтлек бирә.
Марсель ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВ.