«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бөрө ҡалаһында - моторикша



13.09.2016 Бөрө ҡалаһында - моторикша

Бөрө ҡалаһында - моторикшаҺиндостан, Ҡытай, Бангладеш кеүек кеше күп йәшәгән илдәрҙә популяр булған өс тәгәрмәсле мотоколясканы Бөрө ҡалаһында күргәндәр. Хужаһы һыу үткәрмәгән брезент тент япмаһы ҡуйған, ҡалайҙан үҙенсә кузов эшләргә тырышҡан. Эстә мейес, тәҙрәлә ямғыр таҙартҡыс бар.

Һиндтар моторикшаны ике тактлы моторҙары тауышынан алып "тук-тук" тип йөрөтә. Уның менән кеше, йөк ташыйҙар.

"Ну, погоди!" йәнһүрәтендәге Бүренең машинаһына оҡшаған :-)







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға