10.09.2016 Иғтибар - бала юғалды!
Кисә, 9 сентябрҙа Баймаҡ районының Йәрмөхәмәт ауылында ике йәшлек ҡыҙ - Илсиә Байымова юғалды.
Ул ихатала йөрөгән һәм 78 йәшлек өләсәһе асып ҡалдырған ҡапҡанан сығып киткән. Аҙаҡтан ҡыҙҙың һыу буйына бара ятҡанын күргәндәр.
Баланы туғандары тәүҙә үҙҙәре эҙләгән, аҙаҡ полицияға хәбәр иткәндәр. Әле райондың эске эштәр бүлегенән 70 кеше, шулай уҡ ҡотҡарыусылар, ауылдыҡылар Илсиәне эҙләүгә йәлеп ителгән.
Баланы күреүселәр булһа (34751) 2-16-54, 2-26-86 (Баймаҡ) йәки (347) 279-39-02 (Өфө) телефондары буйынса хәбәр итә ала.
Приметы: лицо овальное, полного телосложения, волосы прямые до плеч, глаза карие. Шапка синяя, майка белая, кофта синяя на замке, куртка темно-синяя на замке, сапоги и колготки красного цвета.