09.09.2016 Ә беҙҙең ауылда... (9 сентябрь)
Был аҙнала беҙ Ишембай, Ҡырмыҫҡалы, Мәләүез райондарынан хәбәрҙәр ҡабул иттек. Дуҫтар, һеҙҙең дә әйтер һүҙҙәрегеҙ, ауыл тормошонан матур яңылыҡтарығыҙ, теләк-тәҡдимдәрегеҙ булһа, беҙҙең дежур телефонға шылтыратығыҙ – 8-965-923-20-00. Гәзитебеҙҙең электрон адресы: ye02@yandex.ru. “Бәйләнештә” селтәрендә – “Йәшлек” гәзите” төркөмө.
Роза ВӘсилова,
Ишембай ҡалаһы:
– Яҡташыбыҙ, билдәле яҙыусы, беҙҙе айырыуса урмандарыбыҙҙы һаҡлауға арналған романдары менән әсир иткән Ноғман Мусиндың 85 йәшлек юбилейы тыуған ауылы Ҡолғонала билдәләнгән. Һәр ваҡытта ла тыуған Башҡортостанының ысын илһөйәре булып ҡалған Ноғман ағай – беҙҙең ғорурлығыбыҙ.
Ҡолғоналар өсөн тағы бер ҡыуаныслы ваҡиға бар – ауылда социаль-мәҙәни үҙәк асылған.
Ҙур бинала 300 кешегә иҫәпләнгән тамаша залы, китапхана, почта бүлексәһе, ауыл хакимиәте, участка полиция пункты, янғын һағы посы, спорт залы, балалар бүлмәһе бар. Тағы ла урындағы ижади коллективтар бик уңайлы шарттар булдырылыуына ҡыуана. Исеме есеменә тура килеп, үҙәк халыҡ өсөн бик файҙалы булһын һәм гөрләп эшләп торһон.
Ә Ноғман Мусиндың юбилейына ҡабат әйләнеп ҡайтҡанда, ул бик мәртәбәле, тантаналы шарттарҙа, ҙур ҡунаҡтар ҡатнашлығында үткән. Уның кеүек шәхестәребеҙҙе ихтирам итергә, иғтибар күрһәтергә, ҙурларға бурыслыбыҙ.
Рәмил Әхмәтов,
Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәтенең йәштәр менән эшләү бүлегенең баш белгесе:
– Белем көнөндә Ҡабаҡ ауылында балалар һәм ата-әсәләр өсөн бик мауыҡтырғыс байрам ойошторолдо.
Кискә табан уйын майҙансыҡтарында “йәш гвардия”сы волонтерҙар балаларҙың биттәренә ҡыҙыҡлы һүрәттәр төшөрҙө, шарҙарҙан бәләкәстәрҙең яратҡан йәнлектәрен эшләне. Ҙур Панда менән Эт тә байрам уртаһында булды. Балалар айырыуса батутта рәхәтләнеп уйнаны, һикерҙе. Байрам концертһыҙ булмай – район мәҙәниәт йортоноң ижади коллективтары ла килгәйне.
Балаларға онотолмаҫлыҡ сара ойошторғандары өсөн волонтерҙарға рәхмәт еткерәбеҙ.
Әйткәндәй, ҡыҙыҡһыныусылар өсөн “Бәйләнештә” селтәрендәге “Ҡырмыҫҡалы районы йәштәре” – “Молодежь Кармаскалинского района” төркөмөндә сағыу фотолар ҙа бар.
Ләлә Зәйнуллина,
Мәләүез районының Ергән ҡасабаһы:
– Был ваҡытта ауыл кешеһе өсөн һәр көн яңылыҡтарға бай. Халыҡ әйтмешләй, себештәрҙе һанайбыҙ бит. Бына мин һуңғы айҙарҙа ғына бик күп ҡайнатма-салат әҙерләп, банкаларға яптым. Баҡсала яҙҙан алып бер туҡтамай эшләгәйнек, хәҙер уңышҡа ҡыуанабыҙ. Йәйен вағыраҡ 30-лап банка варенье ҡайнаттым. Баҡсабыҙҙа сейә, ҡурай, ер еләге, терн, алма бар. Унан һуңғараҡ помидор, ҡыяр тоҙланыҡ. Хәҙер сөгөлдөр, кишер, ҡабаҡ, борос кеүек йәшелсәләрҙе урынлаштырырға кәрәк. Артып ҡалырҙайы булһа, Салауат ҡалаһына алып барып һатабыҙ. Ҡала халҡы бик яратып ала. Бройлер себештәре лә үҫте, Аллаға шөкөр. Виноград, ҡарбуз-ҡауын да үҫә ул беҙҙең яҡтарҙа. Тик ниңәлер уларға тотонмай торабыҙ. Бына шулай, иренмәһәң, хужалығың һине ҡыуандыра ғына.