«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ҡаҡ тимергә ултырабыҙ, һаулыҡты ҡаҡшатабыҙ...



08.09.2016 Ҡаҡ тимергә ултырабыҙ, һаулыҡты ҡаҡшатабыҙ...

Ҡаҡ тимергә ултырабыҙ, һаулыҡты ҡаҡшатабыҙ..."Бәйләнештә" селтәрендә Илфат Рәжәпов исемле кешенең бик актуаль фекеренә тап булдыҡ.
Бына ул нимә тип яҙа:
Һаумыһығыҙ! Һеҙгә бер үтенесем бар. Рәсәй буйлап барлыҡ тимер юл вокзалдарында кеше һаулығы өсөн зыянлы булған насар ултырғыстар ҡуйылған! Элек СССР заманында ағастан ине! Әле ҡалайҙан, етмәһә ваҡ тишектәр менән. Был материал бик тиҙ йылыны алып, бик тиҙ кире бирә. Проект буйынса уларҙың йылы прокладкалары бар. Әммә осраҡлы рәүештәме уларҙы ҡуйырға онотҡандар бөтә Рәсәй буйынса.

Ул эскәмйәләрҙә ултырған пасажирҙар поезд көткән арала һаулыҡтарын ҡаҡшата!!! Бигерәк тә, ир-егеттәр енси системаһын зыянлай - простатит, импотенция шунан килә. Һуңынан ҡайҙан башланып киткәнен дә аңламайҙар!
Зинһар, ошо проблеманы Рәсәй кимәлендә кутәрегеҙ әле! Ышанмаһағыҙ, Өфө вокзалына барып ҡарағыҙ. Айырыуса, йәйгеһен тирләп-бешеп килеп ингән йәштәр шортикта ғына булалар! Екатеринбургта, Силәбелә һәм башҡа ҡалаларҙа ла шул уҡ хәл. Эскәмйәләр проект буйынса 3-сө һүрәттәге кеүек булырга тейеш тә бит, әммә...
Шолоховтың "Тихий Дон" романы иҫкә төшә. Ҡыш көнө малдар аҫтына ҡом һибеп нисек уларҙы әрәм итәләр (дошман өйрәтеүе буйынса)...

Ҡаҡ тимергә ултырабыҙ, һаулыҡты ҡаҡшатабыҙ...
Ҡаҡ тимергә ултырабыҙ, һаулыҡты ҡаҡшатабыҙ...







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға