08.09.2016 "Тещин язык", "Ҡәйнә теле" түгел - Елмерҙәк боролошо!
Өфөнән Баймаҡ, Белорет яғына юлланыусылар Урал тауының Елмерҙәк һырты аша үтә. Юл таулы, урманлы ерҙәрҙән һалынған, тәбиғәттең һәр миҙгелендә тирә-яҡты күҙәтеп барыуы үҙе бер тамаша.
Юлдың текә, авариялар йыш булып торған боролошон барыһы ла "Тещин язык" тиҙәр. Беҙгә, башҡорттарға былай тип әйтергә килешмәй. Борон-борондан ҡәйнә-килен-кейәү араһында ихтирамлы ҡараш булған, урыҫтар ғына бындай туғанлыҡ мөнәсәбәтенән көлөп йырҙар, мәҡәлдәр уйлап сығарған. Хатта "Сектор газа" төркөмөнөң "Теща моя - злая свинья" тигән йыры ла бар бит.
Был урынды Елмерҙәк боролошо тип йөрөтәйек!