«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Аяғығыҙ тирләһә...



06.09.2016 Аяғығыҙ тирләһә...

Аяғығыҙ тирләһә...Аяҡ тирләүе йыш ҡына уңайһыҙ хәлгә ҡалдыра. Бигерәк тә таныштар, дуҫтар эргәһендә ҡыйын. Сөнки аяҡ кейемен сисеү менән танауға насар еҫ килеп бәрелә. Ә бит был етешһеҙлекте булдырмаҫҡа ла мөмкин. Бары тик аяҡты көн һайын кискеһен һабынлап йылы һыу менән йыуыуҙы ғәҙәткә индерергә генә кәрәк. Ойоҡ йәки ойоҡбашты ла көн һайын алмаштырыр­ға, аяҡ кейемен елләтергә, киптерергә онотмағыҙ. Иң мөһиме – аяҡты йыуғас, уны, айырыуса бармаҡ араларын яҡшы итеп ҡороторға кәрәк.
Тирләүҙе кәметеү өсөн табан аҫтына, бармаҡ араларына 10 процентлы марганцовка иретмәһе йәиһә түбәндәге тәртиптә яһалған махсус порошокты һөртөргә кәңәш ителә. 10 г марганцовка, 10 г салицил кислотаһы, 15 г уротропинды яҡшылап бутап, көнөнә 3 – 5 тапҡыр (мөмкинлек булғанда) аяғы­ғыҙға һөртөгөҙ. Был ҡатнашманы ойоҡ йәки аяҡ кейеме эсенә һибергә лә мөмкин.

Р. ВӘЛИУЛЛИНА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға