«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » КӨҘ.....



05.09.2016 КӨҘ.....

КӨҘ.....
Ара-тирә генә, биҙәк булып
Һары төшкән йәшел донъяға.
Көҙ сәләме булған был биҙәккә
Тәбиғәт тә ихлас ҡыуана.
Йәй серҙәрен һөйләй йәшел япраҡ,
Ә һарыһы хыял бүлешә.
Шаһит булып был дуҫлыҡҡа ҡояш,
Шатлыҡ нуры менән бүлешә.
Көҙҙәр килә ҡабат ер йөҙөнә,
Һары күлдәк, йәшел яулыҡта.
Үтә таныш, үтә яҡын был көҙ,
Шул уҡ мәлдә бер аҙ ят һымаҡ та.
Биҙәк кенә сағы көйһөҙ көҙҙөң,
Наҙлы мәле илаҡ миҙгелдең.
Ара-тирә, биҙәк кенә булып
Һағыш баҫа кеүек күңелде.

Гөлнур Ҡыуатова







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға