«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ә беҙҙең ауылда... (2 сентябрь)



05.09.2016 Ә беҙҙең ауылда... (2 сентябрь)

Ә беҙҙең ауылда... (2 сентябрь)
Был аҙнала беҙ Баймаҡ, Мәсетле, Ғафури райондарынан хәбәрҙәр ҡа­бул иттек. Дуҫтар, һеҙҙең дә әйтер һүҙҙәрегеҙ, ауыл тормошонан матур яңылыҡтарығыҙ, теләк-тәҡдимдәрегеҙ булһа, беҙҙең дежур телефон­ға шылтыратығыҙ – 8-965-923-20-00. Гәзи­тебеҙҙең электрон адресы: ye02@yandex.ru. “Бәйләнеш­тә” селтәрендә – “Йәшлек” гәзите” төркөмө.
Зәйнәп КӘРИМОВА,
Баймаҡ районының Әбделкәрим ауылы:

– Июль айында, ауылыбыҙға ҡот һәм иман өҫтәп, мәсет асылды. Юл эсендә, хакимиәт бинаһы янында ултырған бейек манаралы изге йорт ауыл халҡы һәм ситтә йәшәгән ауылдаштарҙың көсө менән төҙөлдө. Эшҡыуарҙар ҙур ярҙам күрһәтте. Аҡса, төҙөлөш кәрәк-яраҡтары, эш көсө – барыһы ла был сауаплы эшкә теләп ҡушылды.
Тантанаға алыҫтан һәм яҡындан ҡунаҡтар килде. Ҡорбан салдыҡ, аят һәм йома намаҙы үткәрелде. Халыҡ бик риза булып, ҡыуанышып таралды.
Әлеге ваҡытта мәсетебеҙ буш тормай. Өлкәндәр әллә ни күп булмаһа ла, етерлек. Йәш егеттәр, ирҙәр күп килә, йома намаҙына ҡайтып өлгөрәләр. Әбдел­кәримгә иман ҡайтты тип ҡыуанабыҙ!

Ләйсән САБИРОВА,
Мәсетле районының Дыуан-Мәсетле ауылы:

– 28 августа беҙҙең ауылда Сәскәләр байрамы үткәрелде. Уны ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Гөлназ Камалова һәм клуб мөдире Әлфирә Вәлиева ойошторҙо.
Ниндәй генә сәскә юҡ ине! Барыһы ла – уңған хужабикәләрҙең йәй буйына тырышып эшләүенең һөҙөмтәһе. Байрамға ҡышҡылыҡҡа әҙерләнгән ҡайнатмалар, салаттар һәм үҙҙәренең ҡул эштәрен дә алып килгәндәр. Ҡатын-ҡыҙҙар оҫталыҡ серҙәре менән бүлеште. Байрам күмәкләшеп сәй эсеү менән тамамланды.

Сулпан ГӘРӘЕВА,
Ғафури районының Үзбәк ауылы:

– Беҙҙең ауыл урамдарында, ниһайәт, тиҙлекте сикләүсе юл тамғалары барлыҡҡа килде. Үзбәккә инеп, асфальт юлға төшкән водителдәр шәп итеп ҡыуырға ярата ине, хәҙер тынысыраҡ булып ҡалды. Ауыл исеме яҙылған алтаҡта ла ҡуйылды. Ошоға тиклем нисәмә йыл исемһеҙ ауыл булып йәшәнек. Киләсәктә юлдың күрше Кесе һәм Урта Үтәш ауылдары менән киҫешкән урынында ҡайһы яҡта нимә урынлашыуын күрһәткән яҙыу ҙа барлыҡҡа килһә, бик мәслихәт булыр ине, сөнки йыш ҡына аҙашып килеп сығыусы юлаусылар осрай.
Бурлы ауылы ҙур булыуға ҡарамаҫтан, күпер мәсьәләһе бик киҫкен тора ине. Бурлы йылғаһы бәләкәй булһа ла, ярҙары бик текә, яҙлы-көҙлө бысраҡта күпер аша сығыу машина хужалары өсөн оло һынау булды. Ә был юл үҙәк тип һанала, көн һайын төрлө тарафҡа техника үтә. Яңыраҡ күперҙе ремонтлай башланылар. Быға йәше лә, ҡарты ла бик шатланды.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға