02.09.2016 “Бөтәһе лә “Таврида” буласаҡ!”
Ҡырымға сәфәр бәхеттең тик үҙебеҙҙә икәнен иҫбатланы
9 – 24 августа Ҡырым ярымутрауының төньяҡ-көнбайышында – Раздольненский районындағы «Бакальская коса» паркында “Таврида – 2016” Бөтә Рәсәй йәштәр форумының етенсе сменаһы үтте. Ул “Төбәк һәм урындағы киң мәғлүмәт сараларының йәш журналистары” тип исемләнде. Бөтә Рәсәй халыҡ фронты һәм “Россия сегодня” халыҡ-ара мәғлүмәт агентлығы үткәргән ҙур сарала бар илебеҙҙән 450-гә яҡын гәзит-журнал хәбәрсеһе, радио-телевидение, интернет агентлыҡтары хеҙмәткәре, блогер йыйылды. Улар билдәле журналистар, телевидение алып барыусылары, Рәсәй Журналистар союзы вәкилдәре менән аралашты, оҫталыҡ дәрестәрендә, һөнәри уйында ҡатнашты.
Сәфәребеҙ 19 август иртәһенән башланды. Башҡортостандан Ҡырымға, минән тыш, Юлиә Такунова (“Спутник 107FM радиоһы”), Алина Гребешкова (“UTV” телеканалы) һәм Бөрө ҡалаһынан Гөлнара Әхмәлдинова (“РИК – ТВ”) барҙы. Өфөнән Мәскәүгә, унан күмәкләшеп Симферополгә остоҡ. Таңға ҡарай ғына тәғәйен урынға барып еттек.
Беренсе көн
Тавридалағы тәүге мәл бик үҙенсәлекле үтте. Беҙҙе төрлө “пятнашка”ларға тараттылар. Командабыҙ берекһен өсөн танышыу уйыны, аҙаҡ лагерь буйлап квест мәлендә һынауҙар үттек.
Беҙ килерҙән бер көн алда ғына форумға Рәсәй Президенты Владимир Путин килгән. Ил башлығы форумсыларҙың арт-объекттары менән танышҡан, барыһы менән дә ябай ғына аралашҡан, фотоға төшкән, әңгәмә ҡорған. Аҙаҡтан Владимир Владимирович “Все будет Таврида!” тигән граффити аҫтына үҙенең ҡултамғаһын ҡалдырған. Әле уны, иҫтәлек тип, ҡәҙерләп лаклап ҡуйғандар.
Рәсәй киноһы йылы икәне бар ерҙә күренде. Лекция залы, ашхана, кинотеатр кеүек кеше күп йөрөгән урындарҙа фильмдарҙың афишалары төшөрөлгән тумбалар ҡуйылған, “Летят журавли”, “Москва слезам не верит”, “Война и мир” тип исемләнгән павильондар бар ине.
Тәүге тапҡыр диңгеҙҙә һыу инәм. Тирә-яҡта ваҡланған ҡабырсаҡтар, ҡом, һыу төбө лә шулай. Ярға бәргән тулҡын ҡабырсаҡтарҙы өҙлөкһөҙ рәүештә бер-береһенә ышҡый, ҡомға әйләндерә. Һыу әсе, ныҡ тоҙло, сөсөгә ҡарағанда тығыҙлығы юғарыраҡ булғас, тәнде тота. Камка – күрән үләне кеүек ылымыҡтар йөҙә, яр буйында йомғаҡ булып ялбырап сереп ята. Һауанан йод һәм тоҙ еҫе сыға. Һыу ингәндән һуң сайынабыҙ, юғиһә тоҙ тәнде ҡороштора. Душта иһә саҡ ҡына сөсөләндерелгән тоҙло диңгеҙ һыуы аға.
Икенсе көн
Беҙ йөрөгән ер – Ҡырымдың Бакал мороно Украинаға яҡын урынлашҡан. Шуға күрә лә “Киевстар”, “Укртелеком” кәрәҙ операторҙары беҙҙең “Мегафон”, “Билайн” компанияларының сигналдарын баҫа. “МТС” ҡына эшләне. Лагерҙа сымһыҙ “вай-фай” аша интернетҡа тоташтыҡ. Бер-беребеҙ менән “ватсап” аша аралаштыҡ. Уңайлы – шунда килегеҙ, көтәм, тип хәбәр ебәрәһең һәм иптәштәр килеп тә етә. “Телеграм” программаһы аша бар форумсылар менән яҙышып булды.
Ашау көнөнә өс тапҡыр, яҡшы ойошторолдо. Журналистар ҡәһүә ярата бит: айырым сәйханаға барып, стаканы 150 һум булыуына ҡарамай, һатып алып эсеп йөрөнөләр.
Беҙ йәшәгән өйҙәр янында акациялар, артыш, ҡаты ҡуҙаҡлы ағастар үҫә ине. Баҡса сәскәләре төндә айырыуса көслө итеп тәмле еҫ аңҡыта. Үрмәкселәр күп, улар ләпәкәй менән туҡлана, хеҙмәткәрҙәр тәҙрә, ишектәрҙе ауҙан таҙарта. Баштарын һелкеткән суфый сиңерткәләр күп.
Лекциялар башланды. Бөтә Рәсәй халыҡ фронтынан килгән спикерҙар сығыш яһаны. Владимир Гутенев экология темаларына туҡталды, My Duck's Vision продакшн студияһы башлығы Юрий Дегтярев вируслы видеолар тураһында һөйләп, аптыратты.
Дәрестәрҙән һуң кем нимә теләй – шуның менән шөғөлләнде. Диңгеҙҙә йөҙөү, ҡомда футбол, волейбол уйнау, воркаут майҙансығында шөғөлләнеү, йогала ҡатнашыу, эскәмйәлә хәбәр һөйләшеү, гитараға ҡушылып йәки караокела йырлау... Мотлаҡ рәүештә “обнимашки” – ҡосаҡлашыу, селфи яһау... Бындағы күк йөҙө лә икенсе, ҡояш та. Диңгеҙҙе әйтеп тә тораһы юҡ – һыу зөбәржәт, йәшел, күкһел төҫкә инә, кискеһен ҡараһыу булып китә, бер ҡараһаң, тулҡындар ҡурғаш кеүек ауырая. Офоҡҡа еткән һыу буйында ҡояш байыуҙы, төндә янған маяҡты күҙәтеү һәм бәхеткә солғаныу – барыбыҙ ҙа ошоно кисерҙек.
Өсөнсө көн
22 август тулыһынса эшлекле рухта үтте. Илдең һәр төбәгенән йыйылған 450 егет-ҡыҙ донъя кимәлендә танылған “Россия сегодня” халыҡ-ара мәғлүмәт агентлығы, “ТАСС”, “Россия 24” кеүек агентлыҡтар һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре сығышын тыңланы, һорауҙар бирҙе, бәхәсләште. Олег Дмитриев, Евгений Бекасов, Елена Жук һәм Георгий Каптелин менән текстарҙы төҙөү һәм уларҙың структураһы, уңышлы мәҡәлә яҙыу серҙәре, матбуғат конференцияларын нисек ойоштороу нескәлектәренә төшөндөк. Һөнәрмәндәрҙең тос фекерҙәре, көтөлмәгән тәҡдимдәре фәһем һәм белем өҫтәне.
Мультимедиа журналистикаһы буйынса әңгәмә бик оҡшаны. Гәзиттәрҙең интернетҡа инеүе, кешеләрҙең электрон ауға бирешеүе, журналист универсал булырға йәки бер генә йүнәлештә эшләргә тейешме – бына ошолар көн ҡаҙағында торҙо.
Гәзитселәр тираждың кәмеүенә, интернет баҫыуына зарланһа, радио һәм телевидение хеҙмәткәрҙәре каналдарҙың бер-береһе менән ярышыуы, власть һүҙенән ситкә тайпылырға ярамауы хаҡында белдерҙе. Интернетсылар иһә интеллектуаль урлашыуҙарҙың күплеген, кешеләрҙең дөрөҫ мәғлүмәт менән ялғанды айырмауына борсолдо. Бар ерҙә лә журналистарҙың эш хаҡы түбән булыуына күмәкләшеп әсендек. Рәсәй журналистары шуның менән ҙур бер ғаилә икәнен иҫбатланы.
Бөгөн – Рәсәй флагы көнө. Киске сәғәт 9-ҙа барыбыҙ ҙа “Бәйләнештә”, “Фейсбук”, “Класташтар”, “Инстаграм” селтәрҙәрендә илебеҙ флагы фотоһын һалып, флешмобта ҡатнаштыҡ.
Дүртенсе көн
Һөнәри уйын. Уйлап сығарылған Законск ҡалаһында бюджет дефициты күҙәтелә. Беҙ – ҡаланың киң мәғлүмәт саралары һәр ваҡиғаны яҡтыртырға тейешбеҙ. Матбуғат конференциялары, митингтар, ризаһыҙлыҡ акциялары, интервью – журналистарҙың барыһына ла эш табылды. Барыһы ла ысын тормоштағыса: көтөлмәгән ваҡиғалар, түҙемһеҙлек менән матбуғат хеҙмәттәренең яуаптарын көтөү, унда-бында сабыу һәм, әлбиттә, команда менән эшләү.
Ә мин үҙ сиратымда ҡыҙыҡ өсөн радиола эшләп ҡараным. Ике ҡыҙға – Амур өлкәһенең Благовещенск ҡалаһынан килгән Анжела Тараярова менән төлкөлө-көлкөлө фамилиялы Вероница Лисицаға (Дондағы Ростовтан) ярҙам иттем. Беҙ лагерҙа йөрөгән эт хөрмәтенә уның ҡушаматын алып “Франческа FM” радиоһын уйлап сығарҙыҡ һәм тапшырыуҙар әҙерләнек. Сәғәт башында уҡылған яңылыҡтар, йондоҙнамә, Законск мэры менән интервью – 30 минутлыҡ тапшырыуҙы монтажланыҡ. Тауышһыҙ бүлмәгә бикләнеп, айфон диктофонына ҡат-ҡат уҡыу, монтажда тауыштарҙы һанау, тоташтырыу, джинглдар, йырҙар әҙерләү бик ҡыҙыҡ булды.
Был көндө редакциялар иртәнге сәғәт 9-ҙан киске сәғәт 7-гә тиклем радио эфирына сыҡты, телевидениела сығыш яһаны, сайтҡа мәҡәләләр, фотоһүрәттәр ҡуйҙы.
Ә кисебеҙ, һәр ваҡыттағыса, сағыу үтте. Бейенек-йырланыҡ, Севастополдән килгән утлы шоу артистарының сығышын, йырсы Стас Мореның концертын ҡараныҡ.
Бишенсе көн
“Таврида”лағы һуңғы көн. Моңһоулыҡ һиҙелә. Ләкин төшөнкөлөктө ҡалдырып торайыҡ әле, әлеге бәхеттән кинәнес алайыҡ.
Мәскәү ваҡыты менән йөрөйбөҙ, ләкин организм Өфөнөкө менән йәшәй. Кис бик ныҡ йоҡо килә, ә бына иртән үҙемде яҡшы тоям. Сираттағы зарядка хәл бирҙе. Ашап алғандан һуң лекцияға йүнәлдек.
Беҙҙең алда RT (Russia Today) телеканалының ИТ дирекцияһы директоры Тина Бережная менән Рәсәй Журналистар союзы секретары Денис Токарский сығыш яһаны.
Журналистика белеме кәрәкме, юҡмы? Эксперттар әйтеүенсә профилле белгескә ҡарағанда, уларға иҡтисадсы йәки тарихсы белеме булған кешеләрҙе алып эшкә өйрәтеүе еңелгә тура килә.
Икенсе лекция ТАСС мәғлүмәт агентлығынан Наталья Губарева менән әңгәмәләшеү, социаль селтәрҙәрҙәге эш тураһында булды. Уларҙың мөмкинлектәре ҙур, бары тик тырышырға, һөҙөмтәле файҙаланырға кәрәк тигән фекер ҡалды.
Аҙаҡтан кисәге һөнәри уйын тураһында һөйләштек. Дөйөмләштереп әйткәндә, һәр бер редакция үҙенсәлекле, сағыу сығыштар әҙерләгән.
... Һуңғы тапҡыр диңгеҙҙә йөҙөү. Күмәкләшеп фотоға төшәбеҙ, ҡабырсаҡ йыябыҙ. Бүлмәләрҙе тапшырҙыҡ, Ҡырым майҙанында йыйылдыҡ. Автобустарға ултырабыҙ... Юлда кемдер йырлай, кемдер уйлана, кемдер, һуңғы тапҡыр тип, хәбәр һөйләй. Ә тышта, төндөң ҡара бәрхәтен йыртып, ялағай уйнай. Стихия...
“Счастье есть: его не может
не быть.
Счастье есть: поверь, мы будем
счастливо жить.
Пошире улыбнись и начинай
счастливую жизнь!”
Стас МОРЕ (#СтасМОРЕ).
Мәскәүҙә йәшәүсе Стас Даньшин исемле йырсы егет беҙгә бәхеттең тик үҙебеҙҙә, күңелдә икәнен аңлатты.
“Таврида” – ижади кешеләр ояһы. Ул үҙ һөнәрен яратҡан кешеләр йыйылған планета. Ул – тәүлек әйләнәһенә диңгеҙ, ҡабырсаҡлы ҡом һәм тулҡындар. Үҙ-үҙеңде күрһәтеү, башҡа кешеләрҙе ҡарау, алға маҡсаттар ҡуйыу урыны. Ул – мөхәббәт. Ул – йылмайыу, ул – ҡояш нуры. Ул – үҙ-үҙеңде еңеү билдәһе. “Таврида”, рәхмәт һиңә! Рәхмәт, Ҡырым!
Айбулат ИШНАЗАРОВ.
Өфө – Ҡырым – Өфө.