01.09.2016 Һөт йылға булып ағырлыҡ
Баш ҡалала йәнә лә һөт фестивале көтөлә – алтынсы тапҡыр ойошторолған “Һөт иле” Салауат майҙанында 3 сентябрҙә уҙа. Ҡунаҡтарға айырыуса Һөт йәрминкәһе менән Фермер баҙары оҡшай икән.
Байрамда һөт продукцияһын арзанға һатып алырға ла, ашап-эсеп ҡарарға ла була. Күңел асыу программаһы ла быйыл бик бай төҙөлгән, тип хәбәр итәләр. Буласаҡ майҙансыҡтарҙың бер нисәһен генә һанап киткәндә лә, бик ҡыҙыҡтыра – Һөт почтаһы, караоке, һатып алған тауарыңды ҡалдырып торорға сейф, балалар клубы, бейеү, китапхана, барбекю, оҫтаханалар, ГТО зонаһы, милли кәсептәр буйынса оҫталыҡ дәрестәре, оркестр – иҫәбе-һаны юҡ. Өҫтәүенә, һәр йылдағыса, һәммәһенә лә бүләккә – бер стакан һөт.
Быйыл яңылыҡтар ҙа етерлек. Мәҫәлән, урам артистары һәм оҫталары менән осраштыраһы Һөт Арбаты ла була. FIFA 16 уйыны буйынса донъя чемпионы, “Өфө” футбол командаһында уйнаусы Роберт Фәхретдинов менән дә осрашыу көтөлә.
Шуныһы ла бар: сара уҙған көндәрҙә транспорт хәрәкәте сикләнә.
Былтыр “Һөт иле” фестиваленә 40 меңләп кеше йыйылған, 10 тоннанан ашыу һөт эселгән. Йәрминкәлә 44 тонна һөт ризыҡтары, биш тонна аҡ май, 3,6 тонна сыр һәм сыр ризыҡтары, 1,9 тонна туңдырма, 14 мең банка ҡуйыртылған һөт, 3,5 тонна бейә ҡымыҙы һәм бер тонна кәзә ҡымыҙы һатылған һәм тәмләп ҡаралған.