«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Төрлө салаттарҙы эшләп ҡарағыҙ!



17.08.2016 Төрлө салаттарҙы эшләп ҡарағыҙ!

Төрлө салаттарҙы эшләп ҡарағыҙ! Сөгөлдөр салаты
3 кг сөгөлдөр, 1 кг кишер, ярты кило һуған, 300 г татлы борос алына.
Йәшелсәләрҙе ҡырғыстан үткәреп йәиһә ваҡ ҡына итеп турап, 1,5 стакан көнбағыш майы һәм тейешенсә тоҙ өҫтәп, яҡшылап бутағыҙ. 1 сәғәт духовкала быҡтырығыҙ.

Ҡауын салаты
Уртаса ҙурлыҡтағы бер ҡауынды әрсеп, орлоҡтарын алығыҙ, турап, салат һауытына өйөп һалығыҙ. Һауытҡа һалғанда, һәр рәтенә шәкәр һибеп (бер стакан), иң һуңынан бер лимон һуты өҫтәгеҙ.

Кәбеҫтә салаты
Бик эре итмәй генә шаҡмаҡлап турағандан һуң, кәбеҫтәне быяла банкаларға ошондай тәртиптә тултырығыҙ: иң тәүҙә төбөнә туралған ҡыҙыл сөгөлдөр (бешкән булһа ла, сей көйөнсә лә ярай), шунан – кәбеҫтә, уның өҫтөнә – 1– 2 лавр япрағы, 2 – 3 бүлкәт һарымһаҡ, аҙаҡ тағы ла – сөгөлдөр, кәбеҫтә, лавр япрағы, һарымһаҡ. Шул тәртиптә банканы тултырғас, маринад ҡойоғоҙ.
Маринад өсөн 1 л һыуға 2 ҡалаҡ аш һеркәһе, 2 балғалаҡ тоҙ, 60 г шәкәр, 4 – 5 бөртөк ҡара борос, сельдерей һәм петрушка тамыры, 1 ҡуҙаҡ әсе ҡыҙыл борос алына. Шуларҙы ҡайнатып һыуытҡандан һуң, кәбеҫтә тултырылған банкаларға ҡойоғоҙ ҙа 3 көнгә йылыға ҡуйығыҙ, аҙаҡ һалҡын урынға күсерегеҙ. Бер аҙнанан тәмле кәбеҫтә салаты әҙер була.

Сәтләүекле торма салаты
80 г сөсө торма кәрәк. Уны туҡмаслап турап, ҡайнар һыуҙа бешекләгәндән һуң 5 – 7 минутҡа һалҡын һыуға һалығыҙ. 100 г сәтләүекте ваҡлап турап, икеһен бергә ҡушып бутағас, ҡаймаҡ, теләһәгеҙ, майонез, бер ҙә булмаһа, көнбағыш майы өҫтәһәгеҙ, салатығыҙ әҙер булыр.

Итле запеканка
Аҡ икмәкте һөттә ебетегеҙ, ике сей йомортҡа һалып болғатығыҙ. Бешкән итте ит үткәргес аша сығарып, тоҙлап, һуған менән бергә майлы табала ҡыҙҙырығыҙ.
Ҡыҙған табаны майлап, бер аҙ сохарый һибегеҙ ҙә итте һалығыҙ, өҫтөнә аҡ икмәкте һалып майлағас, сохарый һибеп, мейескә ҡуйығыҙ.
Бер буханка аҡ икмәк, 2 стакан һөт, 2 йомортҡа, ит үткәргестән сығарыл­ған 1 – 2 стакан ит, 2 баш һуған, 100 г май һәм бер аҙ сохарый кәрәк буласаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға