«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Башҡортостанда түҙеп торғоһоҙ эҫелек аҙна аҙағына тиклем дауам итәсәк



15.08.2016 Башҡортостанда түҙеп торғоһоҙ эҫелек аҙна аҙағына тиклем дауам итәсәк

Башҡортостанда түҙеп торғоһоҙ эҫелек аҙна аҙағына тиклем дауам итәсәк һауа температураһы уртаса алғанда 7 градусҡа артыҡ торасаҡ - термометрҙар көндөҙ 30-35, төндә иһә 16-21 градус күрәтәсәк. Ошо сәбәпле урман янғындары сығыу хәүефе бик юғары булып ҡала. Ғөмүмән алғанда ла ут менән һаҡ ҡыланығыҙ, мунса-маҙар, усаҡ яҡмай тороғоҙ.

Синоптиктар аҙна аҙағына көндәр һыуытасаҡ тип вәғәҙәләй.

Әйткәндәй Өфөлә август айында өсөнсө тапҡыр температура рекорды ҡуйылды. Кисә Өфө-Дим метеостанцияһында термометр 34,2 градус күрһәтте. 2013 йылдағы рекорд – 32,4.

Өфө-Гидрометүҙәк посында – 34,4, Өфө – Авиация метеорология станцияһында 33,7 градус булды.

12 август республикала иң эҫе көн булараҡ теркәлде: көньяҡта һәм көнбайышта һауа температураһы 36-37 градусҡа етте. Мәҫәлән, Федоровкала +36, Раевкала +36,9, Мәләүездә +37 градус эҫе булды.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға